-4 °С
Болотло
Алдағы ял көндәрендә Башҡортостанда һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә. Башгидрометүҙәк синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, шәмбе, 26 августта, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуасаҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +2,+7°, көндөҙ +15,+20°.
Йәкшәмбе, 27 август, республикала төндә урыны менән, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +3,+8°, көндөҙ +13,+18°.
Гүзәл Салихова фотоһүрәте.