-4 °С
Болотло
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ялдарҙа ла йылға-күлдәрҙә фажиғәләр булды. Көндәр эҫе булғас, кешеләр һыу буйына ашыға. Әммә ниңәлер һаҡлыҡты онота.
Шаран районында 40 йәштәге ир күлде йөҙөп үтергә уйлай. Әммә ул күлдең уртаһына ғына барып етә ала һәм күҙҙән юғала.
Краснокама районында өс ағалы-ҡустылы һыу буйына ял итергә бара. Икәүһе резина кәмәлә йөҙөп килергә була һәм кәмә әйләнеп, улар һыу төбөнә китә.
Уларҙы водолаздар эҙләй.
Ауырғазы районында ир төнөн ҡаҙҙарын эҙләп сыға. Уларҙы һыуҙан сығарыу өсөн быуаға инә һәм шунда батып үлә.
Көндәр эҫе тора. Һыу буйына барһағыҙ, мотлаҡ һаҡ булығыҙ!