Һаҡмар
+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
1 Август 2023, 08:24

Август

Эйе, август йәйҙең һуңғы айы. Бер ҡараһаң – йәйҙе, икенсе ҡараһаң көҙҙө хәтерләтә. Ҡояш ҡыҙҙырып тора ла, ҡапыл ғына ямғыр ҡойоп яуа, ел-дауыл күтәрелеп китә. Йылға-күлдәрҙә һыуҙар һыуына башлай. Әммә нисек кенә моңһоу булмаһын, тап августа уңыш йыя торған мәл етә. Емеш-еләк, йәшелсәнән өҫтәл һығылып торған саҡ. Кешеләр баҡсаһынан помидор, кәбеҫтә өҙөп ашай башлай. Алмалар бешә, баҫыуҙарҙа иген өлгөрә. Август айында урман да байлыҡ килтерә. Еләк-емеш, сәтләүектәр, бәшмәктәр йыйырға мөмкин. Дарыу үләндәре лә өлгөрә. Тап ошо айҙа әҙерләнгән миндек һәйбәт һаҡлана. Август аҙағында иһә ҡоштар йылы яҡтарға осоп китергә әҙерләнә башлай. Йылға-күлдәрҙәге ҡамыш-лилиәләр, томбойоҡтар сәскә ата. Күңелде болоҡһотоп ҡайһы бер ағастар япрағын ҡоя. Иртәләр һыуығыраҡ була бара. Ҡайһы бер йылдарҙа июнь-июлгә ҡарағанда эҫерәк торһа ла, тап августа йәйге ҡояш байый. Халыҡ һынамыштары  * 7 августа иртән һалҡын булһа, ҡыш иртә килер, оҙон да булыр. * Ашлыҡ урғанда һалам шыртлап һынһа, ямғыр булыр.

Август
Август

Август (латин һүҙенән augustus — “Октавиан Август айы”, һүҙмә-һүҙ тәржемә иткәндә “илаһи, бөйөк”, тигәнде аңлата) — йылдың һигеҙенсе, йәйҙең һуңғы айы. Башҡорттар уны “Урағай” тип атап йөрөткән. Ә “август” атамаһы беҙгә рим империяһынан килгән. Уны Августа исемле Рим императоры хөрмәтенә атағандар.

Иң тәүҙә август йылдың алтынсы айы булған. 1700 йылда ул 12-се итеп күсерелә. Петр батша реформаһы булғандан һуң ғына август йәйҙең өсөнсө, йылдың һигеҙенсе айы булып һанала башлай.
Эйе, август йәйҙең һуңғы айы. Бер ҡараһаң – йәйҙе, икенсе ҡараһаң көҙҙө хәтерләтә. Ҡояш ҡыҙҙырып тора ла, ҡапыл ғына ямғыр ҡойоп яуа, ел-дауыл күтәрелеп китә. Йылға-күлдәрҙә һыуҙар һыуына башлай.
Әммә нисек кенә моңһоу булмаһын, тап августа уңыш йыя торған мәл етә. Емеш-еләк, йәшелсәнән өҫтәл һығылып торған саҡ. Кешеләр баҡсаһынан помидор, кәбеҫтә өҙөп ашай башлай. Алмалар бешә, баҫыуҙарҙа иген өлгөрә.
Август айында урман да байлыҡ килтерә. Еләк-емеш, сәтләүектәр, бәшмәктәр йыйырға мөмкин. Дарыу үләндәре лә өлгөрә. Тап ошо айҙа әҙерләнгән миндек һәйбәт һаҡлана. Август аҙағында иһә ҡоштар йылы яҡтарға осоп китергә әҙерләнә башлай. Йылға-күлдәрҙәге ҡамыш-лилиәләр, томбойоҡтар сәскә ата. Күңелде болоҡһотоп ҡайһы бер ағастар япрағын ҡоя. Иртәләр һыуығыраҡ була бара. Ҡайһы бер йылдарҙа июнь-июлгә ҡарағанда эҫерәк торһа ла, тап августа йәйге ҡояш байый.

Халыҡ һынамыштары 

* Августа имән сәтләүеккә бай булһа – уңыш мул булыр.
* Августа бәшмәк күп булһа, иген дә мул булыр.
* Августа ҡыш йәй менән көрәшер.
* Августа төшкә тиклем – йәй, төштән һуң – көҙ.
* Августтан алма еҫе килер.
* Август – бай ай: йәнең теләгәнен ал да аша.
* Август – бешерә, сентябрь өҫтәлгә ҡуя.
* Августа йыйған уңышты ҡыш ашарһың.
* Августа балыҡтар ҙа туҡ булыр.
* Августа ҡояш ҡыҙҙырыр, һыу һыуыр.
* Август уңышҡа ла, ямғырға ла бай булыр.
* Августа аяҙ булһа, көҙ бысраҡ килер.
* Августа ураҡ ҡыҙа, һыу һыуына.
* 7 августа иртән һалҡын булһа, ҡыш иртә килер, оҙон да булыр.
* Ашлыҡ урғанда һалам шыртлап һынһа, ямғыр булыр.

Августа байрамдар

 

1 август — Рәсәйҙә инкассатор көнө; Рәсәй Ҡораллы Көстәре көнө.
2 август — Һауа-Десант ғәскәрҙәре көнө.
4 август — Тимер юлсылары көнө.
6 — Бөтә донъя ядро ҡоралын тыйыу өсөн халыҡ-ара көрәш көнө (Херосима көнө).
9 август — Бөтә донъя аҫаба халыҡтары көнө.
11 август — Ҡорбан ғәйете; Умартасылар көнө.
12 август — Рәсәйҙә хәрби-һауа көстәре көнө; Халыҡ-ара йәштәр көнө.
13 август — Бөтә Донъя һулаҡайҙар көнө.
15 август — Халыҡ-ара археологтар көнө.
22 август — Рәсәйҙең Дәүләт флагы көнө.
23 август — Курск һуғышында совет ғәскәрҙәре немец-фашист илбаҫарҙарын ҡыйратҡан көн.
27 август — Рәсәй киноһы көнө.

Айҙың тәүге йәкшәмбеһе — Тимер юлсылар көнө.
2-се шәмбеһе — Физкультурниктар көнө.
2-се йәкшәмбе — Төҙөүселәр көнөю.
3-сө йәкшәмбе — Хәрби-һауа көстәре көнө.
4-се йәкшәмбе — Шахтерҙар көнө.

    

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: