Һаҡмар
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
31 Июль 2023, 09:25

Үләнгә уралғандар

Һәм һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урында ҡатынды күреп ҡалалар. Ул шул тиклем һыу эсендә үҫкән үләндәргә уралған була, хатта ҡыбырлай ҙа алмай...

Үләнгә уралғандар
Үләнгә уралғандар

Ҡотҡарыусылар күпме генә иҫкәртһә лә, кешеләр һыу төшөү өсөн өйрәнелмәгән ергә бара. Өфөлә пляждан алыҫтараҡ һыуға ингән ҡатынды ҡотҡарып өлгөрәләр. Эҙләү-ҡотҡарыу отряды ситтән килгән тауыш, һыҙғырыуҙы ишетеп ҡала. Улар шунда уҡ ул урынға йүнәлә. Һәм һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урында ҡатынды күреп ҡалалар. Ул шул тиклем һыу эсендә үҫкән үләндәргә уралған була, хатта ҡыбырлай ҙа алмай. 

Ошо уҡ кисте ҡотҡарыусылар һыуҙа үҫкән тағы үләнгә ныҡ итеп уралған, хәле бөткән тағы бер ирҙе ҡотҡара.

Пляж итеп тәғәйенләнмәгән урында һыу инергә ярамай! Һаҡ булығыҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: