Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
31 Июль 2023, 08:35

Кешеләр һәләк булған

Кешеләр палатка, машиналар эсенә йәшеренеп маташа. Әммә тамыры менән йолҡолған ағастар бөтә ерҙә осоп йөрөй...

Кешеләр һәләк булған
Кешеләр һәләк булған

Ял көндәре Марий-Элда ял иткән туристар өсөн фажиғәле тамамланды. Кешеләр үҙ иткән Таир һәм Яльчик күлдәре буйында ҡапыл көн ҡараңғылана һәм көслө дауыл башлана. Көслө ел ҙур-ҙур ҡарағайҙарҙы төбө-тамыры менән йолҡоп алып ташлай. Кешеләр палатка, машиналар эсенә йәшеренеп маташа. Әммә тамыры менән йолҡолған ағастар бөтә ерҙә осоп йөрөй. Һөҙөмтәлә, 8 кеше һәләк була. Улар араһында беҙҙең республиканан 32 йәштәге ҡатын һәм уның 2 йәштәге һәм 2 айлыҡ сабыйы ла бар. Ғаилә башлығы һәм тағы бер балалары ауыр хәлдә дауаханала.

Был дауыл Сыуашстан өҫтөнән дә үтә. Бында алты айлыҡ сабый һәләк булған, ике кеше юғалған. 

МЧС хеҙмәтенән килгән иҫкәртеүҙәргә иғтибарлы булырға, дауыл тураһында хәбәр булһа, алыҫ юлға сыҡмаҫҡа, өйҙән сыҡмаҫҡа тырышырға кәрәк. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: