+8 °С
Болотло
Коммунар йәғни Шүлкә ауылы янында муйыл сәскә атҡан! Быны шүлкәләр бесәнгә китеп барғанда күреп ҡала. Бер килке ышанмай аптырап торалар. Муйыл сәскәһен әҙерәк өҙөп алып ҡайталар.
- Ышанмаһағыҙ, ҡарағыҙ, бына бешеп ултырған сейә эргәһендә муйыл гөлләмәһе менән,-ти улар.
Тәбиғәттең был мөғжизәһен нисек аңларға? Шулай ҙа матур, эйе бит, күңелдә ниндәйҙер яҡтылыҡ та уята. Тик шунда мөғжизәле матурлыҡтар ғына күреп йәшәйек, дуҫтар!