Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
18 Июль 2023, 15:50

Ни өсөн йәшендән ҡурҡырға кәрәк?

Өләсәйле үҫкән кешеләр хәтерләйҙер. Йәшен башланһа, беҙҙең өләсәйҙәр, электр утынан эшләнгән приборҙарҙы ғына түгел, ә хатта бар көҙгөләрҙе, ялтыр баҡырсаларҙы таҫтамал менән ҡаплап бөтөр ине. Йәшен ваҡытында йөрөргә ярамай, ҡулды ҡаушырырға кәрәк, сөнки ҡултығың аҫтына шайтан ҡасып, уға һуҡҡан йәшен, һине һуғыуы бар тиерҙәр ине. Кемгәлер был көлкө булып тойолалыр хәҙер, әммә йәшенгә бәйле ҡабатланып торған фажиғәләр уларҙың һүҙҙәрен хәтергә төшөрә бит...

Ни өсөн йәшендән ҡурҡырға кәрәк?
Ни өсөн йәшендән ҡурҡырға кәрәк?

Синоптиктар икенсе аҙна дауамында республикала йәшен фаразлай һәм унан һаҡ булырға саҡыра. Әммә күптәр был иҫкәртеүҙе етди ҡабул итмәй. Ә, йәл...

Йәй һайын, шул иҫәптән быйыл да, Башҡортостанда урмандарҙың яныуында йәшен ғәйепле. Хатта ямғырһыҙ бер күк күкрәүе лә урмандың гөлт итеп тоҡаныуына сәбәпсе була.

Бынан тыш быйыл бер нисә кеше йәшен арҡаһында йортһоҙ ҡалды. Йәшен арҡаһында башланған утты һүндерә алмай, урамда тороп ҡалғандар ҙа бар. 

Йәшенде етди ҡабул итмәү фажиғәләргә килтерә. Кешеләрҙе урманда, йылға буйында, хатта фатирында ултырған килеш йәшен һуҡҡан осраҡтар бар. 

Өләсәйле үҫкән кешеләр хәтерләйҙер. Йәшен башланһа, беҙҙең өләсәйҙәр, электр утынан эшләнгән приборҙарҙы ғына түгел, ә хатта бар көҙгөләрҙе, ялтыр баҡырсаларҙы таҫтамал менән ҡаплап бөтөр ине. Йәшен ваҡытында йөрөргә ярамай, ҡулды ҡаушырырға кәрәк, сөнки ҡултығың аҫтына шайтан ҡасып, уға һуҡҡан йәшен, һине һуғыуы бар тиерҙәр ине. Кемгәлер был көлкө булып тойолалыр хәҙер, әммә йәшенгә бәйле ҡабатланып торған фажиғәләр уларҙың һүҙҙәрен хәтергә төшөрә бит. 

Ҡоро йәшендәр ҙә көсәйҙе. Ямғыры юҡ, ә күк йөҙө ялтлап тора. Ана шундай йәшендәрҙең береһе, беҙҙең ҡаланың бер урамындағы бер нисә йорттоң газ ҡаҙанлыҡтарын эшлектән сығарҙы. Ә ул ҡаҙанлыҡ күпме тора? Үҙегеҙ беләһегеҙ, күптәр уны кредитҡа ғына һатып ала. 

Бына шулай, йәшенде һанламау оло ҡазаға килтереүе бар. Нисек һаҡланырғамы? Йортҡа йәшен ҡайтарғыс ҡуйырға, йәшен ваҡытында бар электр приборҙарын һүндерергә, телефондан һөйләшмәҫкә. Оҙаҡ бармай бит ул йәшен. Бер аҙ интернетһыҙ, телефонһыҙ, ҡараңғыла һәм тынлыҡта ла ултырып торорға була. Шулай бит?

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: