Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
30 Июнь , 20:00

Ҡунаҡ мунсаһы (хикәйә)

Ололарҙа минең ҡайғы түгел хәҙер. Әсәй түрҙәге карауатта ҡустымды юрғандан арындыра. Атай өҫтәл артына инеп ҡунаҡлаған. Табын менән кәбәркә араһында бөтөрөнгән өләсәйҙең бөтә иғтибары атай менән әсәйҙә. Ирек! Азатлыҡ! Асыуланыусы ла, «тегеләй ит, былай ит» тип тартҡылап тороусы ла булмаясаҡ бер аҙға! Бәләкәй яҡ менән оло яҡҡа атлап төшәм. Ҡорғандарҙағы ҡып-ҡыҙыл алмалар, тулышып бешкән сейәләр ҡойолорҙай булып тибрәнеп ҡалалар. Һары шифоньер башындағы шахмат таҡтаһы менән гармун иҙәнгә төшөп ҡунаҡлаған. Иҙәнгә түгел, иҙәнгә йәйелгән юрғандарға, пальто-фуфайкаларға. Һыуыҡ булғас, беҙ ҡунаҡта саҡта өләсәй уларҙы иҙәнгә түшәй. «Йәлләп торорға әллә, аунағыҙ рәхәтләнеп», – ти. Сепрәк-сапраҡҡа беҙҙең өләсәй кеүек һушы киткән башҡа кеше бар микән? Бейек, ҙур итеп һалынған йортоноң биҙәлмәй ҡалған ере юҡ тиерлек. Оло яҡ тәҙрәләрҙәге ҡорғандарҙағы еләк-емеш тағы ла сағыуыраҡ...

Ҡунаҡ мунсаһы (хикәйә)
Ҡунаҡ мунсаһы (хикәйә)

Ә беҙ ҡунаҡҡа китеп барабыҙ. Аръяҡҡа. Өләсәйҙәргә, мунса инергә.

Кинәт... Зәңгәрһыу-ҡара күк йөҙө тибрәлеп китә, эре-эре йондоҙҙар урындарынан ҡубып, ергә ҡойола башлай тиһәм... атай мине күтәреп үҙенең яурынына ултыртҡан, имеш. Миңә, биш йәшлек оло ҡыҙға, атай елкәһендә барыу оят та кеүек. Тик был хаҡта бөтөнләй онотам да, тәү күргәндәй, тирә-яғыма күҙ һалам. Бығаса аҫтан, ерҙән баш күтәреп, ауыҙ асып ҡарап барған донъя кинәт бәләкәйләнеп ҡалған! Минең түгел, атайҙың ҡолағы етмәҫ ҡайындар тәпәшәйеп ергә сүккән; әллә ҡайҙа, аҫта, атайҙың сүсинкәләре аҫтында, баш әйләнерлек түбәндә емелдәп ятҡан ҡар, миңә асыуланып, теш шығырҙата.

Беҙҙең яндан атлаған, ҡышҡы пальто, башына бәйләнгән башлыҡ кейгән әсәйемә күҙ һалам. Ул юрғанға төрөлгән ҡустымды күтәргән. Беләбеҙ юрған хәлдәрен – ҡыҫыҡлығы уның, уңайһыҙлығы... Ә атайҙың иңбашында юрған михнәттәренең береһе лә юҡ.

Һалам, силос киҫәктәре сәселеп ятҡан сана юлы таҡыр. Ара-тирә тупсыҡтар – ат «ҡойроғо»нан төшөп ҡалған шарсыҡтар – осрай. Атай ҡайсаҡ уларҙы тибеп-тибеп ебәрә. Атайымдың муйынына нығыраҡ йәбешәм, танауым уның ҡолаҡсынлы, ҙур төлкө бүрегенә килеп төртөлә, тик мин ҡурҡып та ҡарамайым. Ниңә ҡурҡайым, минең атай – ауылдағы иң көслө, иң оҙон кеше. Һәр хәлдә, мин белгән кешеләр араһында. Иң ҡырыҫы ла. Шуға күрә мин һыңар өн дә сығармаҫҡа, атайымдың асыуын ҡуҙғатмаҫҡа, юғарылағы рәхәт мәлемде нисек тә оҙаҡҡараҡ һуҙырға теләйем.

Ҡапыл йондоҙҙар ҡабат урындарынан ҡуба, тик был юлы улар дәррәү өҫкә сөйөлә – атайҙың оҙон ҡулдары мине юл ситенә төшөрөп ҡуя. Ҡар өҫтөндәге йоҡа ғына боҙло ялтырауыҡ ҡылау мине күтәрерлек түгел. Батыуым – бер хәл, атлап китә алмай этләнәм. Әсәй ҡулындағы ҡустым атай ҡулына күсә, әсәй мине ҡар эсенән тартып алып, әйләнә-тирәләге берҙән-бер таяныс – көндөҙгө епшектән һуң төнгөлөккә ҡатып киткән юлға баҫтыра.

Йылға аша сығаһыбыҙ бар, шуға төшөрҙөләр инде мине ҡулдан. Уң яҡта өңрәйеп, ҡап-ҡара шәүлә – тирмән өйө ҡала. Был туралағы күперҙе тирмән күпере тип атайҙар, ат күпере лә тиҙәр, сөнки уларҙан егеүле ат менән дә сығып йөрөмәле.

Беҙҙең инеш, бәләкәй генә булһа ла, бик йүгерек, бик етеҙ үҙе. Шуғалырмы, ярҙарын уйып, ашап бөтөрөп, әллә ҡайҙан, төптән ағып ята. Шыуып төшөргә лә иҫәп бар, тик ҡартатайым быйыл ғына алып биргән өр-яңы ҡара быймаларым тыңлап та ҡарамай. Ирекһеҙҙән, гөжөлдәп йүгереп төшөп китәм. Йығылмайым, абынмайым – беләм был ерҙең холҡон. Дөбөр-дөбөр килеп, таҡта күперҙән сығабыҙ. Күпер аҫтынан ҡар ҡаплаған инештең сылтырап ағып ятҡан тауышы ишетелә. Үҙ алдына ниҙер һөйләнә-һөйләнә ҡайҙалыр ки теп барған эшлекле генә, үҙ-үҙенән бик ҡәнәғәт кенә тере бер йән эйәһеләй тойола ул миңә. «Привет!» тим уға, иптәш ҡыҙҙарыма өндәшкәндәй иттереп.

Ҡараһам, атайҙар теге ярға инде менеп етеп баралар. Йән-фарманға мин дә улар артынан сабам. Бая шыумай тиҫкәреләнгән быймаларым хәҙер тайып интектерә. Атайҙар яр башында. Беҙҙең атай ҙа, әсәй ҙә бик иркәләп, мәмәйләнеп тора торғандарҙан түгел, көтмәй китеп барыуҙары ла бар. Ашығыуҙан абынып йығылам, ғәрләнеп илап ебәрәм, үҙем һаман эйелеп булһа ла өҫкә үрмәләйем.

Менеп етеүемә, их, ниндәй бәхет (мин әлегә был һүҙҙе белмәйем, ләкин уның ни икәнен, ниндәй икәнен атайҙың киң елкәһендә тоям), йондоҙҙар тағын йылпылдап ергә ҡойола; ярҙың ике яғын тултырып үҫкән, өнһөҙ генә, сабыр ғына ултырған ҡайындар тағы кесерәйеп ҡала...

Ат һарайын уң яҡлап урап, өләсәйҙәргә туранан киттек. «Был яҡ баҫыуҙағы һалам эҫкерттәрен астыҡ», – ти атай. Әсәй үҙебеҙҙе ҡайғырта: «Халыҡҡа һалам бирмәйҙәрме әле?» – ти. Мин атайҙың ни тип яуаплауын ишетмәйем, ат аҙбарын тыңлайым. Әскелтем силос еҫе аңҡый. Утарҙағы бер нисә ҡарағусҡыл шәүлә, беҙҙән өркөп, бышҡырынып, арғы башҡараҡ күсеп баҫа. Һарайҙың бүрәнә стенаһы аша дөпөлдәгән, кешнәгән, тибешкән тауыштар ишетелеп ҡала. Өләсәйҙәргә барып етеүебеҙ һиҙелмәй ҙә. Йорттоң урам яҡ тәҙрәһе ялт итеп балҡып тора, мунса тәҙрәһендә ут яна, күтәрмә өҫтөндәге, тыштағы лампочканы ла ҡабыҙғандар.

– Башығыҙға мендерегеҙ әле баланы, – ти гөр-гөр килеп беҙҙе ҡаршыларға сыҡҡан өләсәй. – Унан төшөрә алмаҫһығыҙ ҙа...

«Тәхет»емдән ҡолаҡ ҡаҡтыралар. Тупһа төбөндә ятҡан ҡаҙ ҡанатын алып, атайымдың сүсинкәһенә ҡунған, һары ҡайры тун салғыйына йәбешкән ҡарҙарҙы һеперергә тотонам. Әсәйҙең бүркенә боҙланып ҡар һырыған. Үҙемдең быймаларым да шул рәүештә таҙартыла. Аяҡтарыбыҙҙы бер-береһенә бәрәбәрә, быйма төптәрендәге ҡарҙы иҙәндәге балаҫҡа ҡойоп ҡалдырырға тырышып, ҡараңғы солан аша үтеп, өй ишеген асабыҙ.

Яҡты, йылы, парлы донъя ҡосағына сумабыҙ. Туҡмаслы аш, бәлеш, компот, тағы әллә ниндәй тәмле еҫтәр болото сорнап ала. Тунымды, башлығымды һалып элгескә эләм дә түргә йүгереп кереп китәм.

– Һалма быймаңды! – тип ҡысҡырып ҡала өләсәй. Әйтмәһә лә беләм инде, ҡышын быймаларҙы өләсәйҙең мәңге һалдыртҡаны юҡ, «иҙән һыуыҡ, шул килеш йөрөгөҙ» тип сыҡҡан һайын туҡый.

Ололарҙа минең ҡайғы түгел хәҙер. Әсәй түрҙәге карауатта ҡустымды юрғандан арындыра. Атай өҫтәл артына инеп ҡунаҡлаған. Табын менән кәбәркә араһында бөтөрөнгән өләсәйҙең бөтә иғтибары атай менән әсәйҙә. Ирек! Азатлыҡ! Асыуланыусы ла, «тегеләй ит, былай ит» тип тартҡылап тороусы ла булмаясаҡ бер аҙға!

Бәләкәй яҡ менән оло яҡҡа атлап төшәм. Ҡорғандарҙағы ҡып-ҡыҙыл алмалар, тулышып бешкән сейәләр ҡойолорҙай булып тибрәнеп ҡалалар. Һары шифоньер башындағы шахмат таҡтаһы менән гармун иҙәнгә төшөп ҡунаҡлаған. Иҙәнгә түгел, иҙәнгә йәйелгән юрғандарға, пальто-фуфайкаларға. Һыуыҡ булғас, беҙ ҡунаҡта саҡта өләсәй уларҙы иҙәнгә түшәй. «Йәлләп торорға әллә, аунағыҙ рәхәтләнеп», – ти.

Сепрәк-сапраҡҡа беҙҙең өләсәй кеүек һушы киткән башҡа кеше бар микән? Бейек, ҙур итеп һалынған йортоноң биҙәлмәй ҡалған ере юҡ тиерлек. Оло яҡ тәҙрәләрҙәге ҡорғандарҙағы еләк-емеш тағы ла сағыуыраҡ. Мейес өҫтө тирәләй һәм урта стенала ике яҡтан да ҡыҫҡа ҡашағалар, карауаттарҙы сит-ят күҙҙән йәшереп, шау сәскә сымылдыҡтар эленгән. Мөйөштәрҙә – сей һары ерлектә ҡып-ҡыҙыл эре мәктәр төшкән, сиғандарҙан һатып алған япмалар. Тегеү машинаһы, өҫтәлендәге телевизор, түр өҫтәлдәге ҙур һары радиоалғыс өҫтөндә ялтырауыҡ яулыҡтар.

Мин туп-тура гармунға табан атлайым. Ул да түгел, әсәй был яҡҡа индереп ебәргән ҡустым да ауа-түнә гармунға килеп тотона. «Көтөбөрәк тор әле, ҡустыҡай, һиңә хәтле апайың бар бында!» Ләкин тартҡылашып, илашып өлгөрмәйбеҙ, әсәй беҙҙе быжғытып мунсаға йыя башлай.

Ҡыҙарып-бешеп ағайҙар ҡайтып инә. Оло ағай, ғәҙәттәгесә, етди итеп, ҡул биреп күрешә. Кесеһе үсекләргә, ирештерергә бик маһир:

– Һо-о, аръяҡтар сыҡҡан! Нишләп ултыраһығыҙ, тайығыҙ мунсаға! – ти. «Тайығыҙ» – уның иң яратҡан һүҙе. Мәғәнәһен генә аңлап бөтөрмәйем. Тая- тая барырға ихатала боҙ юҡ та инде!

Мунса инергә яратмайым мин. Ыҫ, төтөн еҫе! Иҙәненең һалҡынлығы! Сәс йыуғанда әбизәтелнә күҙгә кергән шампуне! Миндеге тимерсыбыҡтан, һеперткеһе таяҡтан яһалғандай тойола башлай аҙаҡҡа табан. Әсәй мине йыуындырып, ҡойондороп, өҫтөмә таҫтамал ҡаплап, ишек төбөндәге киң эскәмйәгә ултыртыуға ишек асыла. Түргә йүгереп кереп киткән ҡуйы пар болото өҫтөндә ҡустымды күтәргән атай күренә. Ҡустым да мунсаны өнәмәй: юрған эсенән тоноҡ ҡына булып илау тауышы ишетелә. Уның урынына мине ятҡыралар.

Бәләкәй генә юрғанға аяҡтарым һыймай. Һуҙмайса бөкләп ҡайтырға ҡушалар. Түҙемлегем ярты юлға ғына етә – аяҡтарымды һалҡын һауа өтөп-бешереп ала.

Беҙ ҡайтҡанды өләсәй ишек төбөндә көтөп торған. Атай мине карауатҡа илтеп һала ла сығып китә.

– Парланып ят бер аҙ! – ти миңә өләсәй. Юрғандан һерәйеп сығып торған аяҡтарымды күреп, кеткелдәп көлә. – Үҫтең инде, үҫтең. Собханалла! – Һәм миңә алмаш кейемдәремде кейҙерә башлай. Әсәй күлдәгемде онотҡан. Ыштандан ғына булыуыма ғәрләнеп илап ебәрәм. Малай кеүек йөрөйөммө инде хәҙер? Әләкәй ағай клубтан ҡайтып инһә: «Малай, малай, бер биҙрә тоҙ ялай!» – тип күҙемде лә астырмаясаҡ. Өләсәй, мине йыуатырға була, ҡапҡаслы зәңгәр эмаль биҙрәнән компот һалып бирә. Сынаяҡ төбөндә төштәре лә бар. Йөҙөмдәр, балан-миләш, әллә нимәләр! Тағы компот һорауыма:

– Етәр, мунсанан ҡайтыу менән күп эсмәйҙәр, – тип ҡырт киҫә. Ул үҙе, мунсанан аһ-ваһ килеп ҡайтып инеүгә, бер-ике семтем тоҙ ҡабып, түшәгенә ауыусан.

– Бар, оло яҡта ятып тор, – ти миңә лә.

Яталар тиме ни инде! Күпме ҡыҙыҡтар көтөп торғанда! Шахмат һындарын өҫтө-өҫтөнә теҙеп башня төҙөйһө, гармунда «Аһа-һай, ҡарабай» көйөн уйнап моңланаһы... Ағайҙар өйҙә юҡта уларҙың «хазина»ларына күҙ һалырға кәрәк.

Ике тәҙрә араһындағы өҫтәлдең ауыр тартмаһын көс-хәл менән тартып сығарам. Изолента, машина майы, тағын әллә ниндәй ят еҫтәр бөркөлөп китә. Һу-у, бындағы байлыҡ! Радиодеталдәр, шөрөп-ҡаҙаҡ, келәшнә-ҡыҫҡыстар! Әһә, ана, иҫке фотопленка таҫмаһы! Уны тығыҙлап урап, бер ситенән тартһаң, мушкетерҙарҙыҡылай шпага хасил була!

Эш күп. Бик күп! Ҡустым ҡайтып етһә, шахмат сиртеште уйнайһы бар, әбәкле, ҡасышлы, тәкмәс атышлы, парланған тәҙрә быялаларына бармаҡ менән һыҙып рәсем төшөрөшлө.

– Рәхмәт, инәкәй! – тип әсәйҙең ҡайтып ингәне ишетелеп ҡала, «мунса харап шәп булған, әбей, йөҙ йәшә» тип атай ҡайта.

Уйнап арып, йоҡо килә башлауға беҙҙе бәләкәй яҡҡа аш эсергә саҡыралар. Тимер тәрилкәләрҙә мул өйрәле, ҡуйы, туҡмаслы аш. Усаҡ плитәһендә сүлмәктә оҙаҡ ҡайнатҡанғамы, шулай гел ҡуйы бешерә өләсәй ашты. Мул итеп әпәкәй (беҙҙә икмәкте шулай тиҙәр) телеп ҡуйған. Өҫтәл уртаһындағы ҙур сәй тәрилкәләге бәрәңге, кишер өҫтөнә ит турап өйөлгән, ситендә һуған түңәрәктәре. Нәҡ минең яҡҡа ҡарап торған харап тәмле күренгән ҡаҙ ботона ҡул һуҙам. «Сәлт» итеп беләгемә ҡатыҡлы ҡашыҡ килеп төшә.

– Ололарҙан алда ҡайҙа үреләһең? – ти өләсәй. Ботто атай алдына ҡуя. Аранан бүтән ит киҫәген һайлап алып, миңә һуҙа. Мин, турһайып, әсәйгә мөлдөрәп ҡарайым. Уның миңә иҫе китмәй, алдында ултырған ҡустыма балғалаҡтан һурпа һемертә. Өҫтәл башында тирләп-бешеп аш һемереп ултырған атай миңә хәйләкәр генә күҙ ҡыҫа: «Эләктеме?», йәнәһе.

Берәүҙең дә мине яҡлашырға йыйынмауын аңлап, яҙмышыма күнергә тура килә. Өлөшөмә төшкән киҫәк тә харап тәмле күренә ҡалай. Өләсәй кәбәркәлә мейес ауыҙынан йөҙөм бәлеше алып маташа. Юҡ инде, уныһына көс етмәҫ. Компот эсәм дә бына, бик хуш.

– Амин тот, барып ҡулыңды сайҡа, – ти өләсәй, урындыҡтан төшөргә йыйынып борһаланыуымды күреп.

Етешмәгән ере юҡ был өләсәйҙең! Табынды ла ҡарай, әсәй менән атай алдында ҡояштай балҡып, алдарына ризыҡ этә-этә һыйларға ла өлгөрә. Беҙҙе, бәләкәйҙәрҙе, «тегеләй итмә, былай итмә» тип ҡыуырға ла, улар алдында яҙын бәпкәләрен көтөп тыпыр-тыпыр бейегән ҡаҙҙай өлтөрәп кенә тора.

Ҡулбашындағы сигеүле таҫтамалға тирен һөртә-һөртә мәтрүшкәле сәй эскән атайымдың ҡәнәғәтлеге йөҙөнә сыҡҡан. Шулай булмай ни! Хөрмәттең, иғтибарҙың иң олоһо уларға.

– Кейәү, баллап эс! Бына, ҡағынан ауыҙ ит! Тәбикмәкте ашаманың да... Ҡатығын да ҡапманың. Бына, сөсөһөн ҡабып ҡына ҡара әле...

Мин инде урындыҡтан төшөп китергә йыйынған еремдән, ҡалағымды ҡулға алып, сөгөлдөрлө ҡыҙыл ҡатыҡтың уртаһына батырам.

– Үҙеңә яҡын ситенән ал, – тип тағы төҙәтеп ҡуя өләсәй. – Ризыҡтың уртаһына тығылмайҙар улай.

Әсәй, ҡулында йоҡлап киткән ҡустымды уятмаҫҡа тырышып, уны ҙур яҡ диванға һаҡ ҡына индереп һала. Минең дә күҙҙәр йомолоп бара, ҡорһаҡ та пух итеп тора. Ниндәйҙер бер ҡалын китапты аҡтарғылап ултырам да үҙемдең урыныма – түр мөйөштәге тар карауатҡа барып ятам.

Сымылдыҡты томалап ябып ҡуям, дымлыраҡ булып торған аҡ тышлы мендәргә битемде терәйем. Лампочканың һүрән уты, сымылдыҡтың ҡыҙғылт-һары туҡымаһы аша һарҡып ҡына кереп, ундағы эреле-ваҡлы йорттар, әкәмәт замок-башнялар тулы әкиәти ҡалаға тылсымлы бер төҫ бирә. Үҙемде өс яҡтан әйләндереп алған шул мөғжизәле батшалыҡҡа кереп китәм, таш йәйелгән урамдар буйлап гиҙәм, үрелеп тәҙрәләрҙән ҡарайым. Йорттары бөтөнләй беҙҙең ауылдағыса түгел. Ҡайһы бер башняларҙың остарына ҡалай әтәстәр ҡунаҡлаған, ҡайһы берҙәрендә сәғәт. Тик шуныһы мәҙәк: бер кем дә юҡ урамда. Йоҡлайҙармы, әллә, бына беҙҙең кеүек, ҡунаҡҡа китеп бөткәндәрме? Был уй һуңғы уйым була, тәрән ҡойоға төшөп киткәндәй, сабый саҡтың татлы-баллы, ғәмһеҙ йоҡоһона сумам. Утты ҡасан һүндереүҙәрен, әсәйҙәрҙең ҡасан кереп ятыуҙарын, иртән нисек тороп китеүҙәрен дә һиҙмәйем.

3

Мин уянғанда яҡтырған ине инде. Мейестә шарт-шорт килеп утын яна. Мейес янып ҡына киткәндә бар йылыны үҙенә һура – өй һыуыҡ, иҙәнгә баҫмалы түгел. Ҡайҙа, тышта ни хәлдәр бар икән? Ихата яғына ҡараған берҙән-бер тәҙрә диван өҫтөндә. Диван ситенә, йоҡлап ятҡан ҡустым йығылып төшмәһен тип, мендәр өйөлгән. Уларҙы ах-ух аралап, дивандан тәҙрә төбөнә үрмәләп менәм.

Өләсәй «тук»тан – ырҙын табағынан – ҡайтҡан, мал эсерергә әҙерләнеп йөрөй. Ул унда «бойҙай һеперәм» ти. Бөгөнгә һепереп бөтөргәндер инде. Йәшел шәльяулығын эйәк аҫтына төшөрөп бәйләгән, мал ҡарағанда кейә торған ҙур кеҫәле ҡара итәген, фуфайкаһын кейгән. Ҡулына онло ҡалай тәрилкә тотоп, мунса ишеге алдынан сығып килә. Утар ҡапҡаһы асыҡ. Кисә беҙ мунсала ултырып йыуынған ҙур кәритәнән бөтөрөлөп пар болото күтәрелә. «Төтөн!» тиер ине ҡустым, күрһә! Өләсәй башаҡ бешергән, тимәк.

Утар ҡапҡаһын асып ебәреүгә, һарыҡтар, кемуҙарҙан сабышып сығып, башаҡҡа йәбеште. Хәйләкәрҙәр, суҡынмыштар, өҫтәге көрпәне генә семетәләр. Өләсәй, араларына кереп, таяғы менән башаҡты болғатып ебәрә.

Улар туйғандай булыуға, башмаҡҡа сират етә. Шунан, башаҡ өҫтәп һалыуға, ҙур еленен һелкетеп, оҙон мөгөҙҙәрен ҡурҡыныс һелтәп ҡара-ҡыҙыл һыйыр сыға, һаман көрпә ялманған һарыҡтарына асыуланып, уларҙы һөҙөп-һөҙөп ебәрә. Абау, ҡорһаҡтарын тишә инде! Тегеләре лә әрһеҙ. Ашап туймағанды, әллә ялап туйырбыҙ тиҙәрме икән?

Ихатаның был башында – ҡаҙ өйө. Таҡтанан ҡоролған ҡыуыш инде ул. Ҡаҙҙарҙы ла тышҡа сығарғандар. Өшөйҙәрме бахырҙар, ап-аҡ ҡар өҫтөндә тәпәйҙәре ҡып-ҡыҙыл булып янып тора. Ата ҡаҙ, ғәҙәттәгесә, тәрәндәге кескенә күҙҙәрен уҫал секерәйтеп, түшен киреп, муйынын һуҙып, тирә-яҡты күҙәтә. Ана, ҡаҙҙарҙың кесерәге, ҡара-һорғолто, һалам бөртөктәрен томшоғо менән арлы-бирле күсерештергән була. Кәкре йыуан томшоҡло ҡытай ҡаҙы һыңар аяғын мамығы эсенә йәшергән. Бер аҙҙан томшоғон да ҡанаты эсенә төрттө.

Мин, уларҙан күрмәксе, бер аяғымды күтәрәм дә, башымды ҡыйшайтып, иҙеүемә тыҡмаҡсы булам һәм, әлбиттә, сайҡалып диванға барып төшөп, ҡустымды уятам. Тәҙрә төбөндә бүтән бер ҡыҙыҡ та күренмәй. Бәләкәй яҡҡа сығам. Кисә бик яҡты тойолған өй эсе бөгөн томһа, тыныс бер хәлдә. Сүлмәктә кисәге аш ҡайнап ултыра. Плитәнең ҙурыраҡ түңәрәгенә сәйнүк ҡуйғандар. Ҡыш көнө газ баллонын һирәк килтергәс, газды һаҡлап ҡына тота өләсәй.

Бына ул үҙе күренә. Ҡосаҡ тултырып утын күтәргән.

– Торҙоң дамыни-и... – тип һуҙа, мине күреп. – Ҡорһағың асыҡҡандыр инде. Шул ғүмер йоҡо һимертеп ни...

Утындар гөбөрләп мейес алдындағы ҡалайға ята. Утын ярҡаларына эйәреп кергән ҡар киҫәктәре, ҡайнар сәйҙә эрегән шәкәр шаҡмаҡтарылай, теләр-теләмәҫ кенә ағас тәненә һеңеп юҡҡа сыға.

Бөгөн иң ҙур ҡунаҡ – беҙ. Кисәге «ярамай»ҙарҙың береһе лә юҡ. Өләсәй, үҙе әйтмешләй, «воле» ҡуя беҙҙе бөгөн. Оҙаҡ ҡайнауҙан өйрәгә әүерелгән ашты бик тәмләп ашап алабыҙ ҙа ҡустым менән уйынға керешәбеҙ. Юрған, толоп, гармундар тағын иҙәнгә төшөп ҡунаҡлай. Өләсәй бәләкәй яҡтағы түшәгенә ятып серем итә. Беҙ, донъябыҙҙы онотоп, тағын уйын тылсымына сумабыҙ.

Көн кискә ауышыуға мәктәптән ағайҙар ҡайтып етте.

– Кәзә майыңды сығарайыммы? – ти бәләкәй ағай, инеү менән, сумкаһын өҫтәл аҫтына ырғытып.

– Миндә кәзә майы юҡ! – тимен, турһайып, уның тағын бер-бер этлек эшләрен һиҙеп.

– Бар, бар! Әллә ышанмайһың? Әйҙә, күрһәтәм!

– Миңә күрһәт!? – тине ҡустым, ҙур күҙҙәрендә ҡыҙыҡһыныу ҡатыш тәбиғи ышаныс балҡытып.

Бер аҙҙан инде ул, ҡыҙарған маңлайын ышҡып, аҡырып иларға тотона, бәләкәй ағай, өләсәйҙән өлөш эләгеүҙән ҡурҡып, өйҙән сығып һыҙа, оло ағай, ҡустымды йыуатырға була, сөйҙә эленеп торған фотоаппаратты алып, беҙҙе төрлөсә ҡыландырып фотоға төшөрөргә тотона.

Баяғы тауыш-ғауғаның үҙе өсөн зыян-һүрәтһеҙ тамамланыуын самалаған бәләкәй ағай был шөғөлгә лә килеп ҡыҫылмай булдыра алмай:

– Бына бынауында ҡарағыҙ, ташбаштар, турғай осоп сығасаҡ хәҙер!

Күҙҙәр йәшләнеп бөтә, баштар ауырта башлай, әммә фоотоаппарат «күҙ»енән ҡошсоҡ түгел, себен дә күренмәй.

«Әй ҙә!» тинем дә бәләкәй яҡҡа сыҡтым. Өләсәй ҙә кискелеккә малдарын ҡарап бөтөрөп (үҙе әйтмешләй, «һыйлап») ингән икән. Сәй ҡуйған, кисәге бәлеш төптәрен йылытҡан. Кескенә табаҡта компот төштәре. Улар бүртеп, тағын да тәмләнгәндер.

Киске аштан һуң ағайҙар дәрес әҙерләргә ултыра. Өләсәй оло ағайға ҙур яҡтағы лампочканың ишек төбөндәгеһен бороп ҡуйырға ҡуша: «Береһе етер, аҡса ашамаһын», – ти.

Бәләкәй ағай беҙгә сумкаһына тейергә рөхсәт итмәй. Хәйер, ул дәресте оҙаҡ әҙерләп интекмәй, сумкаһын тултырып, ишек төбөндәге сөйгә элеп ҡуя ла шытыр-пытыр килтереп радиоалғысты борғоларға тотона. Беҙ, ҡустым менән, хазина һандығындай күреп, оло ағайҙың сумкаһын аҡтарабыҙ, китаптарын уҡығандай итәбеҙ, дәфтәрҙәрҙә ҡыҙыл менән ҡуйылған билдәләрҙе һанайбыҙ.

Ул кисте әле беҙ аръяҡта ҡунабыҙ. Атай менән әсәй көноҙоно эштәләр барыбер. Ҡустым ятыр алдынан көйһөҙләнеп илай. Өләсәй уны үҙ янына алып ята һәм ниҙер көйләй-көйләй һөйләй башлай. Мин ул һүҙҙәрҙең береһен дә аңламайым. Шиғыр ҙа түгел, йыр ҙа.

Тышта кисләтеп ҡупҡан бурандың ыжылдап олоғаны, ябылмай ҡалған тәҙрә ҡапҡасын йолҡҡолап шаҡ-шоҡ бәргеләгәне ишетелә. Өләсәй татарсаға күсә. Әллә кем, әллә кемдәрҙең исемдәрен, атайҙарының исемдәрен атап «һеҙгә доға бағышланым» ти. Быларҙы һөйләгәндә уның нескә тауышы ҡалтырап-ҡалтырап китә.

Миңә күңелһеҙ. Мин үҙемдең икһеҙ-сикһеҙ яңғыҙлығымды тоям. Көндөҙ шундай шат, барыһын да белеүсе, бар нәмәгә көсө етерҙәй күренгән өләсәйемдең бөтөнләй башҡа, ялбарыулы, үтенеүле халәтенә шаһит булып, уны ҡыҙғаныуҙан быуынһыҙ ҡалам. Ник улай һөйләнә ул? Кемдән үтенә? Әруахтар кемдәр ул?

Күҙ алдымда шундай һүрәт пәйҙә була: өләсәйҙең йорто, торбаларынан төтөн сығара-сығара, осһоҙ-ҡырыйһыҙ ҡар яланын йырып, ҙур бер карап һымаҡ ҡайҙалыр йөҙөп китеп бара... Ул карапҡа беҙ тейәлгәнбеҙ, ләкин уның ҡайҙан килгәнен дә, ҡайҙа китеп барғанын да белмәйбеҙ... Донъя ҡараңғы. Бурандың шомло һыҡраныуы аша иламһыраулы тик бер аһәң яңғырай: «...лә иләһә ил-ләллаһ, лә иләһә илләллаһ...»

4

...Үҙгәреп тә ҡарамаған ине мунса. Яңыһын һалғандан һуң унда күптән мунса инмәһәләр ҙә, барыһы ла элеккесә: һул яҡ түр мөйөштә ҡаҙанлы мейес, ишек төбөндә ләүкә. Хатта тәҙрәлә лә шул элекке, ҡыҙыл сәскәле ситса пәрҙә. Уң яҡтағы оҙон эскәмйә урынына ике карауат ҡына ҡуйылған. Уларға иҫкерәк мендәр-юрған, пальто-фуфайка өйөлгән.

– Иҫәнгенәме, өләсәй? – тим. Теҙләнеп ҡаҙан аҫтына юнысҡы тултырып булашҡан өләсәй тороп баҫа ла, ғәҙәттәгесә, күҙҙәрен ҡыҫа төшөп, бар йөҙө менән яҡтырып:

– И-и-и... – тип миңә табан килә. Ҡаштары өтөлөп көйгән. Битендә бешкән яра эҙе. Уны ҡосаҡлап алам.

– Ниндәй пожар сығарып ятаһығыҙ бында?! – тимен һәм өмөт менән күҙҙәренә бағам.

Өмөтөм бушҡа түгел. Ул көлә! Ҡараңғы мунса, утыҙ йыллап элек беҙ йыуынып йөрөгән мунса эсе, ҡояш сыҡҡандай, яҡтырып китә.

Өйө янды бит өләсәйҙең. Яҙ һулышы аңҡыған зәңгәр апрель кисендә бер нисә сәғәт эсендә янған да бөткән. Ғүмер буйы бөртөкләп йыйған донъяһы, ҡәҙерләп биҙәп кенә тотҡан йорто үҙенең үк күҙ алдында көл-күмергә ҡалған да ҡуйған.

– Әлдә үҙең иҫәнһең!

– Ишекте асып ебәреүем булды – йөҙөмә ялҡын бәрҙе, – ти ул, яра эҙен бармаҡтары менән ҡапшаштырып. – Үҙем дә янған ғына булһамсы шунда! – ти унан, баяғы ҡиәфәтен кинәт үҙгәртеп.

– Һөйләмә юҡты! Әле һин өр-яңы өй һаласаҡһың! Ҙурҙы, тағы ла яҡшыраҡты! Һәй-й, һин бындай ғына ҡайғыларҙы үткәргәнме!

– Эйе шул, – ти өләсәй, нисектер, бик тиҙ генә ризалашып. Уның үҙеңдә лә шул уҡ уй булған. Аръяҡҡа, йәғни беҙгә, әсәйгә, сығып, ике генә төн ҡунған янғындан һуң. «Ҡоҙа нигеҙендә ни йөҙөм менән ятайым, ихатамды етем итеп!» – тигән, ти. Һәм уның был ҡарарын бер кем үҙгәртерлек, уның ихтыярын бер ни ҡаҡшатырлыҡ түгел ине. Иҫке мунсаны йылытып, карауат ҡороп, шунда тора башланы. Бер аҙҙан Ҡазандан оло ағай ҡайтып төштө иптәшкә.

Күс инәһе йортһоҙ ҡалһа, күс нишләй? Балалары бер йәй эсендә йорт күтәрҙеләр. Үҙенең ғүмер буйы, йылдың-йылы страховка түләүе лә юҡҡа булмаған – шуның аҡсаһына бура ҡайтарҙылар. Бәләкәй ағай бигерәк тырышты: оҫталар менән дә ул һөйләште, материалға ла ул сапты. Техника кәрәк саҡта ауылдағы ейәне – йәшләй аварияға осрап үлгән улының улы – тракторы менән килеп ярҙамлашты. Өфөлә йәшәгән уртансы улы ике малайы менән һәр ял һайын ҡайтып, эшләшеп йөрөнөләр. Әсәй менән еңгәйҙәр аш-һыу яғын, аҙыҡ-түлеген ҡараны.

Иң көтөлмәгәне шул булды: үҙебеҙҙең ауылдан ғына түгел, күрше ауылдан да исемлек менән йыйып, өләсәйгә аҡса килтереп бирҙеләр. Әллә ҡайҙағы нәҫел осо тейешле кешеләр, Себерҙән ялға ҡайтыусылар, өләсәйҙе күреп белеүселәр, ҡаза хәбәрен ишетеп, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итергә тырыштылар.

...Хәйер, былар әле һуңыраҡ, алдағы ярты йыл эсендә буласаҡ хәлдәр... Әле иһә, ана, бағаналары күмерләнгән, ҡыйшайған бәләкәй ҡапҡанан кемдер кереп килә...

– Һиндә лә ут, миндә лә ут! – тип өләсәйҙе ҡосаҡлап ала Заһиҙә апай.

Күҙҙәре селт-селт килә, ике яңағынан сөбөрләп йәше аға. Уның минең менән йәштәш улы быйыл токка һуғылып вафат булды.

– Нишләйбеҙ һуң инде, Заһиҙә, нишләйбеҙ! Хоҙайҙан уҙмыш юҡ, сабыр итергә, сабыр, – тип гөр-гөр һөйләнә өләсәй.

Заһиҙә апай ҡулындағы төргәкте өләсәйгә һуҙа. Гәзит эсенән шаҡмаҡлы ап-аҡ оҙон таҫтамал килеп сыға.

– Бына быныһы – ойоҡбаштар. Бына был пакетта май. Бөгөн иртән генә Рәйсәнең дә хәлен белергә барҙым, – ти ул. – Зарлы хәлен зарлы белмәһә, кем белһен... Уға ла ойоҡбаш бәйләп илттем.

Яҙ башында бер юлы ике сабыйы боҙ аҫтына киткән Рәйсәне иҫемә төшөрөп, йөрәгем өшөп китә. Күрше апай саҙаҡа итеп килтергән ап-аҡ таҫтамал, ойоҡбаш, һөт-майҙарҙа – ҡара ҡайғыларға бирешмәйсә, аҡ күңел менән ҡартайған ауыл ҡарсыҡтарының йән сағылышын күргәндәй булам. Күңелем тулып, ситкәрәк китеп баҫам.

Янғын урынын таҙартҡандар, йыйыштырғандар инде. Ярарлыҡ бүрәнәләр бер ситкә өйөп ҡуйылған. Баҡса яғында һауыт-һаба өйөмө. Табалар, тәрилкәләр ҡап-ҡара. Мейесте кемдер ағартып булашҡан, эсендә тимер бумала ята, буй-буй аҡ эҙҙәр һыҙылып ҡалған. Тегеү машинаһы иреп, ғәрип ҡиәфәткә кергән. Өҫтәл-урындыҡ, эскәмйәләр яртылаш күмерләнгән, йыйырылып ирегән клеенка киҫәге аунап ята. Ҡайҙандыр шыплап тултырыулы, өләсәйҙең үлемтеккә тигән әйберҙәре һаҡланған оло һандыҡтың ҡайырылған ҡапҡасы ҡаҙ ҡыуышы өҫтөндә ята.

Сепрәк-сапраҡтың барыһын бер ергә, мунса ишеге алдына, өйгәндәр. Яртылаш янып, ҡоромға батҡан еүеш туҡымалар сүмәләһе... Алмалы-сейәле пәрҙәләргә, әкиәти ҡала һүрәте төшөрөлгән сымылдыҡҡа янғын мөһөрө ҡыҙҙырып баҫылған. Әйтерһең дә, ниндәйҙер яуыз зат уларҙы сатлы-ботаҡлы ҡулдары менән өҙгөләргә, йыртҡыларға яҫҡынған, утлы тынын өргән...

Тыҡрыҡтағы ҡарт ҡайынға ла янғын һулышы ҡағылған: кәүҙәһенең йорт яғы күмер генә, аҫтағы ботаҡтары юҡ. Һаман япраҡ ярып аҙаплана үҙе. Өҫкө суҡтарындағы шыйыҡ йәшел нәфис япраҡтар көл-күмер, ҡором баҫҡан ихатаға сабыйҙарса ғәжәпләнеп, «ниңә былай булды һуң әле был?» тигәндәй, мөлдөрәп ҡарайҙар кеүек...

5

Мин тағы аръяҡҡа сығып китеп барам. Өләсәйҙе мунсаға саҡырырға. Әсәйем яғып ҡалды. Ҡустымдар был ялда ҡайтманы. Иптәшем:

– Әйҙә, машина менән генә урап керәбеҙ, – тиһә лә, баш тарттым.

Иркенләп, яңғыҙым ғына үтәһем килде бала саҡ юлдарын.

Күстәнәстәрҙе алдым да киттем тыҡрыҡтан төшөп. Элекке ат күпере юҡ хәҙер. Урталағы ҙур күперҙән йөрөйҙәр. Дөрөҫ, бер ситтәрәк баҫма бар. Унан тура бәләкәйләнеп, ергә һеңеп бөтһә лә, тирмән йорто иҫән икән әле.

Ҡайындар ҡартайған... Ағастарҙың да ҡартлығы була. Ҡалын тупаҫ ҡайрыларын тәрән йыйырсыҡтар ярғылаған. Өҫкө ботаҡтарының да туҙҙары ҡупшаҡланып, уларҙы ҡара шаҙралар таплаған. Ел-дауылданмы, үҙҙәренең ваҡыты етепме, ҡайһы берәүҙәренең ботаҡтары ҡайырылып төшкән. Ике яҡ ярҙа ла әҙәм буйы кесерткән, әрем, әрекмән. Ауыл көтөүе лә бынан йөрөмәй инде хәҙер.

Йылға ғына шул килеш, һаман кәйефле генә, күңелле генә сылтырап, арыу-талыу белмәй үҙ юлынан йөрөүен белә. Ҡайһы бер урындарҙа ярҙары ишелеп, юлын ғына үҙгәрткән. Уң яҡта элекке күпер убылып, тәрән соҡор хасил булған, серек бүрәнә ҡалдыҡтары араһынан ҡайын, ерек үҫентеләре үреп килә.

Тар һуҡмаҡтан бейек текә ярға күтәрелеп, клуб янына килеп сығам. Уның нигеҙ урынында бер нисә бүрәнә ҡалдығы аунап ята. Һул яҡта ырҙын табағы, аҙбар келәттәре. Әле август башы, кәбәк таҙартыусы агрегат геүләп эшләп тора. Арпа-фәлән ҡайтамы, әҙерлеген ҡарарға-тикшерергә ҡабыҙғандармы...

Ат һарайы урынында – кесерткән ғәскәре. Һарай артындағы алма баҡсаһында – һыңар алмағас. Уйым-уйым ат ҡуҙғалағын иҫкә алмағанда, ҡайҙа ҡарама – теҙҙән үлән һабағында кибеп ултыра! Хатта урамда ла. Бесән итеп сабырлыҡ, биллаһи! Был остар һыйыр тотмағанды аңлата инде был.

Һә-әй, бар ине ваҡыттар, бесәнгә төшөр көн яҡынлаша башлаһамы? Урман юлына туҙан да ҡундырмаҫтар, һәр кем үҙенең ыҙанын, дәүләт сиген һаҡлағандай, керпек тә ҡаҡмай һаҡлар ине. Күршеңдең өлөшөнә бер генә покос кереп ҡара – күрһәтерҙәр күрмәгәнеңде!

Урмандағы бер покос бесән өсөн тартҡылашып донъя көтөргә мәжбүр ителгән ғәйрәтле ағайҙар, һай, ҡайҙа һеҙ? Улдарығыҙ, ейәндәрегеҙ ҡайҙа? Ҡайһы ҡалаларҙың ҡайһы таш йорттарында көн күрәләр икән нәҫелдәрегеҙ?! Урам тултырып йөрөгән ҡаҙ-өйрәктәр, тауыҡ болғауына ҡушырға ат ҡуҙғалағы йыйып йөрөгән ҡарсыҡтар ҡайҙа? Үлән түгел, әремен дә төбөнә ҡәҙәр кимереп, ҡырып үтә торған аттар ҡайҙа, көтөүҙәре менән күккә ашҡандармы? Ниндәй зилзиләләр ялмаған беҙҙең ауылды?

Өләсәйҙең ҡойма алдындағы үләне сабылған былай. Бакуйҙа кибеп ята. Һыйырын бөтөрһә лә, сапмай түҙмәгәндер инде.

Эстән терәү һалған бәләкәй ҡапҡаны асып, эскә үтәм. Ихатаны бәрхәттәй булып кәрлә ромашка үләне баҫҡан, элекке һуҡмаҡ урындарындағы бәпкә үләне өҫтөндә өйрәк бәпкәләре семсенеп йөрөй. Үҫкәндәр инде, күгәрсен хәтле булғандар. Һул ҡулдағы алма баҡсаһында йәш үҫентеләр алынып килә. Быйыл яҙ түтәлдәрҙе төпләп, йәштәрҙе ултыртҡан бәләкәй ағай. Элекке нигеҙ урынында сәскә түтәлдәре. Уртала георгин ҡыуағы, ҡояштай булып пәйғәмбәр тырнаҡтары балҡый, астра сәскәгә бөрөләнгән.

Ана, өләсәй үҙе лә күренде. Ялтырабыраҡ торған бит алмалары йылмайыуға йәйелә, күҙ ситтәрендә йыйырсыҡтар нурлана. Яулығын төҙәткеләп, ҡулын алъяпҡысына һөртөп, нәҡ элеккесә көйләп, йырлағандай итеберәк, «и-и...» тип ҡосаҡ йәйеп миңә табан килә.

Йылдан-йыл кесерәйә барып, орсоҡ ҡәҙәр генә ҡалған өләсәйемә ике баш юғарынан ҡарауыма ҡыйынһынып, уның ҡорошоп бөткән, бер бармағын быҙау арҡанлағанда өҙҙөрткән ҡулын усыма алам.

– Үҙең генәме ни? – ти ул. – Кейәү ҡайҙа? – ти, ҡапҡа тарафына ҡараш ташлап, инде ейәнсәренең иренә лә кейәү хөрмәте күрһәтергә әҙер булып. Үҙенең берҙән-бер кейәүе – атайымдың ер аҫтына инеп ятыуына егерме йыл быйыл.

– Һине мунсаға саҡырырға сыҡтым, – тим. – Әсәй томалап ҡалды. Әҙерлән. Көтөү ҡайтҡас, машина менән сығып алырбыҙ.

– Кисә үҙем яғып керҙем, – ти ул, ҡулын һелтәп. – Интеккән бар әллә? Ҡойо ихатала булһын, моторы гөрләп торһон! Шатланып бөтә алмайым, ҡыҙыҡайым, бөгөнгө тормошҡа! Рәхмәт уҡып йөрөйөм! Газы гөрләп янып торһон, пенсияһын килтереп бирһендәр, әпәкәй ҡайтып торһон! Утын вуле! Әкәмәт бит, ә! Сәй ҡуям хәҙер! Эсмәй китмәйһең! Теге буш умартаға күс килеп керҙе бит быйыл, өсөнсө көн бал айыртам. Баллап сәй эсәбеҙ!

Ул, бал алырғалырмы, ғәҙәтенсә ваҡ-ваҡ атлап, келәткә табан китә. Алъяпҡыс кеҫәһенән бауы ҡат-ҡат төйөнләнеп бөткән асҡыс бәйләмен сығарып, бихисап иштәре араһынан кәрәкле асҡысты эҙләй.

Мин келәт йәнәшәһендәге иҫке мунсаға күҙ һалам. Уның ишеге алдын өләсәй хәҙер бәпкәләр ябырға көйләгән. Мөйөшөнән һул яҡ алма баҡсаһына һуҙылған кер ебендә мунса керҙәре кибә. Янғын һарыһы һеңеп ҡалған яулыҡтар, көйөк эҫе һеңгән таҫтамалдар... Яңылары шкаф тулы булһа ла, иҫкене кеймә тип туҡып торһаҡ та, шуларҙан айырыла алмай ул һаман...

Яңы йорттоң бейек, киң күтәрмәһенә ултырам да йәнәшәмдәге алмағастан балдары тамырҙай булып бешкән алма өҙөп алам. Өлгөрөүе еткән ҡып-ҡыҙыл алмалар, шуны ғына көткәндәй, дәррәү тупылдашып ергә ҡойола. Аяҡтарымды вайымһыҙ һелкә-һелкә, сертләтеп алма тешләйем. Йорт ышығынан «сығып» икендегә йүнәлгән ҡояшҡа күҙ ҡыҫам, ҡунаҡ килеүгә шатланып үрле-ҡырлы һикергеләгән һары көсөккә ҡул болғайым һәм, өләсәйемдең эше бөтөп, мине табынға ултыртып һыйлаясаҡ, ҡунаҡ итәсәк танһыҡ, хозур мәлде көтә башлайым...

Дилбәр БУЛАТОВА.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в