Ҡоролтай проекттары нисек тормошҡа ашырыла?
Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов Йомаш, Ярат, Беренсе Этҡол, Таулыҡай, Ниғәмәт, Ҡолсора ауыл биләмәләрендә булып, “Ҡоролтай” аллеяларының торошон тикшерҙе, район баҫмаһына яҙылыу, Ҡоролтай, район ҡатын-ҡыҙҙар һәм ветерандар советтары иғлан иткән “Ауылым остазы” проектын урында тормошҡа ашырыу мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынды.
Күсмә кәңәшмә эшендә ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәктәп директорҙары, почта бүлексәләре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Әйтергә кәрәк, һөйләшеү эшлекле шарттарҙа үтте, атап үтелгән мәсьәләләр уртаға һалып тикшерелде. “Ҡоролтай” аллеяларын тәрбиәләү буйынса Түбәнге Яйыҡбай һәм Ярат ауылдарының иң яҡшы эшләүҙәре билдәләнде. Башҡа ауыл биләмәләрендә лә был тәңгәлдә маҡсатлы эш алып барыла, әммә етди етешһеҙлектәргә юл ҡуйған ауыл биләмәләре лә бар.
Күсмә кәңәшмәнән репортажды гәзиттең киләһе аҙналағы һанында уҡырһығыҙ.
Азамат Мөхәмәтшин.