Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
19 Июнь 2023, 11:20

Ҡайҙа ҡырау төшәсәк?

Синоптиктар мәғлүмәтенә ярашлы, бөгөн Башҡортостанда яуым-төшөмһөҙ, көньяҡ-көнсығышта ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +12, +17 градус. Шишәмбе...

Ҡайҙа ҡырау төшәсәк?
Ҡайҙа ҡырау төшәсәк?

Аҙна башында республиканың ҡайһы бер райондарында төндә ҡырау төшөүе фаразлана, тип хәбәр иттеләр.

Синоптиктар мәғлүмәтенә ярашлы, бөгөн Башҡортостанда яуым-төшөмһөҙ, көньяҡ-көнсығышта ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +12, +17 градус.

Шишәмбе, 20 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +3, +8 градус, төньяҡ һәм таулы райондарҙа һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0, -2 градус булыуы, ҡырау төшөүе көтөлә. Көндөҙ +12, +17 градус.

Шаршамбы, 21 июндә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +3, +8 градус, төньяҡ һәм таулы райондарҙа һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0, -2 градус булыуы, ҡырау төшөүе мөмкин. Көндөҙ +12, +17 градус.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: