Тирә-яҡ мөхит
2 Июнь 2023, 04:15

Ҡапыл һыуыта, тиҙәр...

Бөгөндән көн һыуыта. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Гисметеоүҙәк синоптиктары фаразы буйынса, июндә Башҡортостанда эҫе һауа торошоноң һалҡыныраҡ һәм ямғырлыраҡҡа алмашыныуы көтөлә.

2 июндән республикала ярайһы уҡ һыуыта, температура 10 градустан ашыуға түбәнәйә. Көндөҙ +16℃ һәм ямғыр яуыуы көтөлә.

7 июндә һауа 23 градусҡа тиклем йылынасаҡ, яуым-төшөм туҡтаясаҡ. Әммә бындай хәл оҙаҡ тормаясаҡ, сөнки 11 июндә һауа температураһы йәнә түбәнәйә.

22 июндән көндәр тағы ла йылынасаҡ. 26 июндән эҫетә һәм ямғырҙар туҡтаясаҡ.

Июндә синоптиктар ҡояшлы көндәргә ҡарағанда ямғырлы көндәрҙең күберәк булыуын фаразлай. Аяҙ көндә лә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал.

Сығанаҡ: Башинформ.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 555239562e683e20795203bbdad7dccd

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас