Тирә-яҡ мөхит
31 Май 2023, 07:00

Июнь айына һынамыштар

Әгәр һандуғас төнө буйына һайрай икән, икенсе көндө көслө ел буласаҡ. Июнь айы йылы булһа, уңыш яҡшы буласаҡ. Июнь айында ямғырҙан һуң йәйғор пәйҙа булһа, һауа торошо бик оҙаҡ йылы буласаҡ. Июнгә ҡара ла декабрҙе күҙалла. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Малдар көтөүгә сыҡҡан,
Һыйырҙың һөтө артҡан,
Аҫыраған хужаһына
Елен тулы һөт ҡайтҡан.
Шуның өсөн был ваҡыт
Һөт айы тип аталған.

Ғәҙәттә июнь ҡоро килә. Дөрөҫ, ҡайһы саҡ ямғырҙары ла булғылай. Улары ла ҡойоп, биҙрәнән ҡойған кеүек яуа. Борсағы ла һорап тормай, дөбөрҙәтеп яуып та китә. Артынса еле иҫеп, ҡояш ҡыҙҙырып, ҡойо-бысраҡтың әҫәрен дә ҡалдырмай. Ә һауа... сафланып китә бындай саҡтарҙа. Күкрәп тултырып һулап туйып булмай!

Йәйҙең тәүге айы булыуға ҡарамаҫтан кемдер бесәнгә төшә. Емеш-еләк бешә. Рауза, пион кеүек ҡыҙыл төҫлө сәскәләр ата.
Әгәр һандуғас төнө буйына һайрай икән, икенсе көндө көслө ел буласаҡ.
Июнь айы йылы булһа, уңыш яҡшы буласаҡ.
Июнь айында ямғырҙан һуң йәйғор пәйҙа булһа, һауа торошо бик оҙаҡ йылы буласаҡ.
 
 
Июнгә ҡара ла декабрҙе күҙалла.
Ҡарлуғас йәй башлай, һандуғастан йәй тамамлана.
Июнь айында сәскәләр сәскә ата, һандуғастар йырлай, июнь айында күңелле, ә ризыҡ аҙ.
Июндә иртән һыу буйлап томан ағыла икән, көн ҡояшлы буласаҡ.
Сәскә атыусы миләшкә бал ҡорттары күпләп йыйылһа, иртәгәһенә һауа торошо һәйбәт булыр
Июндә туғайҙан салғы тотоп үтһәң, июль баҫыуҙан ураҡ тотоп үтерһең.
Июндең егерме һигеҙендә яуған ямғыр ете көнгә һуҙылыр.
Турғайҙар сыр-сыу килеп осһа, үҙ-ара һуғышһа, ямғыр яуыр.
Йондоҙҙар күп атылһа, ел булыр.
Әгәр турғай ояһын ерҙә ҡора икән, йәй бик ҡоро буласаҡ, ә ағаста ҡорһа, ямғырлы була.
Әгәр миләш һуң сәскә ата икән, көҙ оҙон буласаҡ.
Июндә томан йыш булһа, бәшмәк күп булыр.
Июнь айы йылы булһа, уңыш яҡшы буласаҡ.
Июндәге ямғырҙар алтын тауға тиң.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:kf17bUzQ8VE
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас