Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
17 Май 2023, 16:00

Йылыт инде, көн!

Бер аҙ ямғыр, талғын һәм көсәйеүсән ел йәғни алдағы өс көндә беҙҙе ниндәй һауа торошо көтә?..

Алдағы өс көндә Башҡортостанда йылы һәм ҡояшлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итә синоптиктар.

Бөгөн, 17 майҙа, яуым-төшөм юҡ. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +19, +24 градус.

Кесаҙна, 18 майҙа, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Көндөҙ көньяҡ-көнсығышта бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +6, +11, таулы райондарҙа +1 градус. Көндөҙ +17, +22, республиканың көньяҡ-көнсығышында иһә +12 градус.

Йома, 19 майҙа, төндә көньяҡта, ә көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +3, +8, көндөҙ +15, +20, көнсығышта +10 градус. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: