Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
13 Май 2023, 11:35

Әлибаев урамы йәшелләнһен!

Бөгөн ҡала буйынса декоратив алмалар һәм ҡарағайҙар ултыртылды. “Йәшел Башҡортостан” акцияһында әүҙем ҡатнашҡан һәр кемгә тик рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Афарин, баймаҡтар!..

Әлибаев урамы йәшелләнһен!
Әлибаев урамы йәшелләнһен!

 Әлибаев урамы йәшелләнһен!

Бөгөн баймаҡтар сираттағы мәртәбә “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушылды. Иң тәүҙә ҡаланың Әлибаев урамындағы скверға ҡарағайҙар ултыртылды.

Ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев өмәселәргә ағастарҙы нисек ултыртырға кәрәклеген аңлатты. “Был урынға беҙ беренсе мәртәбә ағас ултыртмайбыҙ. Әммә уларҙың күбеһе үҫеп китә алмай ҡороно. Был ҡарағайҙар үҫеп китер, тип бик өмөтләнәбеҙ”,- тип белдерҙе.

Эйе, ағастарҙың ҡаланың был урамында үҫеп китә алмауына ғәжәпләнәһе түгел. Беренсенән, һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ, эҫе йәй. Икенсенән, был яҡтарҙағы урамдарҙың тупрағының (үҙем ошо яҡта йәшәүсе булараҡ та әйтә алам) күпселек өлөшөн таш, балсыҡ тәшкил итә. Күпме генә ҡара тупраҡ алып килеп ауҙарһаң да, ер уны тиҙ арала йота. Унан тағы ла тик балсыҡ һәм таш ҡына ятып ҡала. Шулай ҙа һуңғы көндәрҙә яуып торған ямғыр ултыртҡан ағастарыбыҙға ерҙең һутын биреп, уларҙың тамырҙары көс алып үҫеп китер тип бик ышанабыҙ.

Бөгөн ҡала буйынса декоратив алмалар һәм ҡарағайҙар ултыртылды. “Йәшел Башҡортостан” акцияһында әүҙем ҡатнашҡан һәр кемгә тик рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Афарин, баймаҡтар!

Гүзәл Салихова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: