Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
18 Апрель 2023, 08:55

Ҡоротҡос бөжәктәргә ҡаршы...

гәрсис һәм йод ярҙам итәсәк. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Баҡсасылар өсөн миҙгел башланды. Ағас-ҡыуаҡтарҙы ошо мәлдә ҡоротҡос бөжәктәрҙән һаҡлау сараһын башҡарыла. Алтын ҡорһаклы күбәләк (златогузка) һәм дүләнә күбәләге (боярышница) кеүек ҡоротҡостар кибеп, бөрөшкән япраҡтарҙа оялай. Шуға күрә ағаста, уның төртәрендә ҡалған япраҡтарҙы йыйып алып, уларҙы юҡ итеү сараһын күрергә кәрәк.

Ә ҡарышлауыҡ һәм япраҡ төргөс күбәләктәрҙән (пяденица, листоверка) ҡотолорға гәрсис эремәһен ҡулланығыҙ. Баҡса еләге сәскә атҡанға ҡәҙәр, уға йод эремәһе һибергә кәрәк. Был бәшмәк ауырыуын бөтөрөргә ярҙам итәсәк.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: