Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
17 Апрель 2023, 11:10

Кәкүк сәйе - 2023

"Кәкүк сәйе - 2023" республика этнофестивалендә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә. Фестиваль үҙешмәкәр халыҡ ижадының төрлө йүнәлештәге фольклор коллективтары, саҡырылған коллективтар һәм айырым башҡарыусылар араһында ойошторола...

Кәкүк сәйе - 2023
Кәкүк сәйе - 2023

"Кәкүк сәйе - 2023" республика этнофестивалендә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә. Фестиваль үҙешмәкәр халыҡ ижадының төрлө йүнәлештәге фольклор коллективтары, саҡырылған коллективтар һәм айырым башҡарыусылар араһында ойошторола.

Проект башҡорт халҡының милли-мәҙәни үҙенсәлеген, йолаларын һәм халыҡ байрамдарын һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, байрам 20 майҙа Нуриман районы Павловка ауылының "Павловка паркы" үҙәге биләмәһендә уҙғарыла.

Этнофестивалдә "Иң яҡшы кейем", "Иң яҡшы фольклор коллективы", "Иң яҡшы сәй", "Иң яҡшы байрам символы (кәкүк)" номинациялары буйынса конкурстар була.

Сараның программаһында: номинациялар буйынса конкурстар, оҫталыҡ дәресе, башҡорт сәйенең презентацияһы, М.В. Гордеевтың фитоүҙәге, халыҡ ижады әйберҙәре, ҡулдан эшләнгән биҙәүестәр һәм сувенирҙар һатыу-күргәҙмәһе, "Кәкүк сәйе - 2023" республика этно-фестивалендә ҡатнашыусыларҙы бүләкләү.

Ғаризаны 2023 йылдың 20 майына тиклем "Кәкүк сәйе - 2023" билдәһе менән Республика халыҡ ижады үҙәгенең электрон адресына ([email protected]) ебәрергә кәрәк.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: