Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
16 Апрель 2023, 11:10

Тәбиғәт көсөн күрһәтһә

Быйылғы яҙ-йәйҙең ғәрәсәтле буласағын фаразлайҙар. Шуға күрә берҙәм булайыҡ, айырыуса ҡазаланғандарға ярҙам ҡулы һуҙайыҡ,  ҡәрҙәштәр...

Тәбиғәт көсөн күрһәтһә
Тәбиғәт көсөн күрһәтһә

Бөгөнгө тыныс көнгә ҡарап район-ҡалабыҙҙа ҡоторған ғәрәсәт ҡурҡыныс төш булып күренә. Әммә алып ташланған ҡоймалар, рәшәткәләр, ҡыйыҡтар, теплицалар барыһы ла ысын булғанын күрһәтә. 

Әҙәм балаһы ниндәй технологиялар уйлап тапһа ла тәбиғәт алдында барыбер көсһөҙ. Шуға күрә дауыл машиналарҙы юлдан этеп төшөрөп, кешеләрҙе аяғынан йыҡһа ла, барыбыҙ ҙа имен-һау ҡалыуыбыҙға шөкөр итәйек. Бәғзеләргә беҙҙәге ҡурҡыныс хәлдәр сенсация булып, шау-шыу таратыуға әйләнһә, беҙ - ошо дауылды кисереүселәр төнө буйы йоҡламай, доғалар ҡылып сығыуыбыҙҙы онотмаҫбыҙ. 

Ауырлыҡ берләштерһен, баймаҡтар! Айырыуса ныҡ ҡазаланған ҡәрҙәштәребеҙгә ярҙамға киләйек, өмәләр үткәрәйек, йылы һүҙҙәребеҙ менән терәк булайыҡ..

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: