Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
6 Апрель 2023, 11:10

Янғындарҙан һаҡ булайыҡ!

Өсөнсө класлы янғын хәүефе 31 муниципаль берәмектә, шул иҫәптән беҙҙең районда күҙәтелә... 

Янғындарҙан һаҡ булайыҡ!
Янғындарҙан һаҡ булайыҡ!

6 апрелгә Башҡортостандың урман фондында икенсе һәм өсөнсө класлы янғын хәүефе күҙәтелә. Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә Федоровка районында икенсе класлы янғын хәүефе теркәлгән.

Өсөнсө класлы янғын хәүефе 31 муниципаль берәмектә: Әбйәлил, Әлшәй, Архангел, Асҡын, Баймаҡ, Баҡалы, Балаҡатай, Белорет, Бәләбәй, Бөрө, Бөрйән, Бүздәк, Дыуан, Дүртөйлө, Йылайыр, Иглин, Илеш, Ҡариҙел, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Кушнаренко, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Учалы, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә, Яңауыл райондары һәм Өфө районынла күҙәтелә. 

«Тәүлек эсендә 7,103 гектар майҙанда 17 ҡоро үлән яныу осрағы теркәлгән. Барыһы ла һүндерелгән. 2023 йыл башынан республикала йәмғеһе 47,2592 гектар майҙанда ошондай 83 янғын булған», — тип белдерҙеләр ведомствола.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: