Һаҡмар
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
3 Апрель 2023, 11:00

Өфөлә - рекорд, ә беҙҙә яҙса әле

Өфөлә ял көндәрендә көн үтә йылы булыуы менән айырылһа, беҙҙең яҡтарҙа яҙ ҡырыҫлығын ғына күрһәтә... 

Өфөлә - рекорд, ә беҙҙә яҙса әле
Өфөлә - рекорд, ә беҙҙә яҙса әле

Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, 2023 йылдың 2 апрелендә Өфө-Дим аэрология станцияһында бығаса теркәлгән һауа температураһының абсолют максимумы үтеп кителгән. Көндөҙ һауа +17,1 градусҡаса йылынған. 45 йыл элек, 1978 йылда иһә был көндө +15,4 градус булған.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, алдағы көндәрҙең йылы булыуы фаразлана. Бөгөн яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән киҫке. Һауа температураһы көндөҙ  +12, +17.

Шишәмбе һәм шаршамбы, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Төндә -1, +4, көндөҙ +11, +16 градус.

Баймаҡта ял көндәрендә әсе һалҡын ел иҫеүе күҙәтелде. Температура ла йылдағынан артманы ла, кәмемәне лә.  

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: