Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
23 Март 2023, 12:30

Фараз дөрөҫ булырмы?

Июнь-август айҙарына беҙҙең яҡтарға күп ямғыр яуыуын фаразлайҙар. Ышанаһығыҙмы?..

Фараз дөрөҫ булырмы?
Фараз дөрөҫ булырмы?

Башгидрометүҙәк белгестәре 2023 йылдың апрель-сентябренә һауа торошона фараз бирҙе. Республикала һауа температураһының "уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәргә яҡын" булыуы көтөлә. Прогноз  65-70% дөрөҫкә сыға, тип иҫкәртә метеорологтар.

Августа норманан тайпылыштар булыуы ихтимал, тип белдерҙе синоптиктар. Әйтәйек, республиканың төньяғында йәйҙең һуңғы айы ғәҙәттәгенән йылыраҡ булыуы көтөлә. Уртаса тәүлек һауа температураһы апрелдә — +3, +6°, майҙа — +11, + 14°, июндә — +16, +19°, июлдә —  +17, +21°, августа — +15, +19°, сентябрҙә +9, +12°.

Яуым-төшөм буйынса июндә һәм августа норманан тайпылыштар булырға  мөмкин. Был айҙарҙа республиканың көньяғында һәм көньяҡ-көнсығышында ямғырҙың күберәк яуыуы фаразлана.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: