Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
15 Март 2023, 11:35

Яҙ килә, яҙ!

Һауа температураһы -1, -6, урыны менән -11, көндөҙ +2, +7, таулы райондарҙа +11...

Яҙ килә, яҙ!
Яҙ килә, яҙ!

Башҡортостанда алдағы өс көндә һауа торошо яҙғыса йылы була. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, шаршамбы, 15 мартта, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, төньяҡ райондарҙа бер аҙ ҡар яуа. Иртән юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ 0, +5 градус.

Кесаҙна, 16 мартта, башлыса яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, киҫкен. Һауа температураһы -1, -6, урыны менән -11, көндөҙ +2, +7, таулы райондарҙа +11.

Йома, 17 мартта, яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ төньяҡ-көнбайышта бер аҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, киҫкен. Һауа температураһы төндә -1, -6, көндөҙ +2, +7, таулы райондарҙа +11 градусҡаса йылы.  

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: