Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
20 Декабрь 2022, 16:15

Баҡсаң йоҡлаймы?

Шулай уҡ ҡышҡылыҡҡа сәсеп ҡалдырған сәскә, йәшелсә, еләк түтәлдәрен дә тапамағыҙ. Билдәле баҡсасылар фекеренсә, был киләсәк уңыштың яртыһын юҡҡа сығара. Ҡайһы бер кешеләр этен ишек алдына ысҡындырып ебәрә...

Баҡсаң йоҡлаймы?
Баҡсаң йоҡлаймы?

Ҡар күп булһа – уңыш мула була, ти халыҡ аҡылы. Ысынлап та, күп һанлы тикшеренеүҙәр ҡар ҡалын булған һайын, уңыштың күплеген күрһәтә. Был айырыуса емеш-еләккә – крыжовник, ҡурай еләге, ҡарағаттың төрлө сорттарына ҡағыла. Әммә ҡар баҡсағыҙға тик файҙа килтерһен өсөн, уны дөрөҫ ҡуллана белергә лә кәрәк. Ҡалын көрт ағастарҙы, ҡыуаҡлыҡтарҙы, башҡа үҫемлектәрҙе туңыуҙан һаҡлай. Бынан тыш яҙғыһын ул баҡсағыҙҙы кәрәкле дым менән тәьмин итәсәк.

Ҡар тапалмаған осраҡта ғына үҫемлектәрегеҙ өсөн файҙалы булып ҡалыуын онотмағыҙ. Сөнки ул тығыҙ ятһа, ҡарҙың йылы тотоу сифаттары ҡырҡа кәмей. Тимәк, үҫемлектәрҙең тамыры, ер туңыуҙан тейешле кимәлдә һаҡланмай. 5 сантиметр ҡалынлыҡтағы ҡар ҙа ҡаты һыуыҡтарҙа баҡсаны туңыуҙан һаҡлай ала. Тик бының өсөн ҡар көпшәк (йомшаҡ) булырға тейеш. Шуға күрә ағас, ҡыуаҡлыҡтарҙың тирәһен тапарға кәрәкмәй. Шулай уҡ ҡышҡылыҡҡа сәсеп ҡалдырған сәскә, йәшелсә, еләк түтәлдәрен дә тапамағыҙ. Билдәле баҡсасылар фекеренсә, был киләсәк уңыштың яртыһын юҡҡа сығара. Ҡайһы бер кешеләр этен ишек алдына ысҡындырып ебәрә. Ул бар түтәлдәрҙе тапап йөрөй башлай. Бер баҡсасының: “Күршем дә, мин дә ҡышҡылыҡҡа һарымһаҡ сәсеп ҡалдырҙыҡ. Минең түтәл тапалмай ятты, ә уның түтәле өҫтөндә эттәре йөрөнө. Һөҙөмтәлә, минең һарымһаҡ тиҙерәк төртөп сыҡты, уңышы ла мул, һарымһағы эре булды. Күрше тапалып бөткән түтәлдәрендә ҡарҙың иремәүенә зарланды. Уңышы ла һөйөндөрмәне”,- тип тәжрибә уртаҡлашыуы ихата хужаларын уйландырыр. Әлбиттә, эткә баҡса буйлап йөрөүҙе тыйып булмай. Әммә уның бер хәйләһе бар: баҡсағыҙҙа түтәл булмаған ерҙә һуҡмаҡ һалып сығығыҙ. Ғәҙәттә, эттәр һалынған һуҡмаҡтан ғына йөрөй.

Көслө ҡар яуғандан һуң ағастарҙың ботаҡтары һына башлай. Бигерәк тә еүеш ҡар яуһа. Бындай осраҡта ағастарҙың ботағына ипләп кенә таяҡ менән һуғып ҡарҙы төшөрөгөҙ. Тотош ағасты тотоп һелкетмәгеҙ, сөнки ҡышҡыһын ботаҡтар тиҙ генә һынып барыусан була.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: