Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
13 Декабрь 2022, 10:30

Ул тиклем дә өшөмәҫбеҙ

Әгәр декабрҙең беренсе декадаһы норманан 7-11 градусҡа һыуығыраҡ булһа, икенсе ун көнлөк йылыраҡ булыр тип күҙаллана...

Ул тиклем дә өшөмәҫбеҙ
Ул тиклем дә өшөмәҫбеҙ

Әгәр декабрҙең беренсе декадаһы норманан 7-11 градусҡа һыуығыраҡ булһа, икенсе ун көнлөк йылыраҡ булыр тип күҙаллана.

Уҙған ял көндәрендә, ниһайәт, республикала йылытты. 13-15 декабрҙә уртаса һауа температураһы — нормаға яҡын, республиканың көнбайышында иһә норманан 1-2 градусҡа юғарыраҡ була.

Һауа температураһы төндә -10, -17°, көндөҙ -5, -10°.

Республиканың көнсығышында һалҡыныраҡ була: төндә -20, -25°, көндөҙ -15°.

Әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал.

20 декабргә тиклем республикала уртаса һауа температураһының норманан 1-2° юғарыраҡ булыуы көтөлә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: