Һаҡмар
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
1 Декабрь 2022, 08:05

Декабрь һынамыштары

Декабрҙә ҡар әҙ булһа, йәй ҡоро килә...

Декабрь һынамыштары
Декабрь һынамыштары

Декабрь һынамыштары

Декабрҙең 25-тәрендә ағастарҙы бәҫ ҡаплаһа, киләһе йылда иген уңа.

31 декабрь төнөндә күк йондоҙло булһа, ағастарҙа бәҫ ятһа, киләһе йыл ашлыҡ уңыр.

Декабрҙә ҡар әҙ булһа, йәй ҡоро килә.

Декабрҙә ҡара ҡарғалар күренә икән, ҡыш йылы була.

Ҡоро декабрь – ҡоро яҙ билдәһе.

Декабрь башында буран булһа, июнь ямғырлы була.

Декабрь елле икән, март йылы була.

Декабрь йылы булһа, ҡыш оҙаҡҡа һуҙыла, яҙ һалҡын була.

Декабрҙә ер туңһа, көрттәр ятһа, уңыш уңа.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: