Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
28 Ноябрь 2022, 11:45

Ҡыш уҫаллығын күрһәтә

Башҡортостанда был аҙнала -26 градусҡаса һыуытыуы, бер аҙ ҡар яуыуы һәм юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә...

Ҡыш уҫаллығын күрһәтә
Ҡыш уҫаллығын күрһәтә

Башҡортостанда был аҙнала -26 градусҡаса һыуытыуы, бер аҙ ҡар яуыуы һәм юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Был хаҡта республиканың Гидрометүҙәге хәбәр итә.

Дүшәмбе, 28 ноябрҙә, көндөҙ һауа температураһы -11, -16 градус була, ә төндә -13, -18-гә тиклем түбәнәйә (аяҙытҡанда - 21, -26 градусҡа тиклем).

Шишәмбе һәм шаршамбы әллә ни яуым-төшөм фаразланмай. Урыны менән ҡар яуыуы ихтимал. Ел төньяҡтан һәм төньяҡ-көнсығыштан талғын. Көндәр аяҙытыу менән республикала -25, -26 градус һыуыҡ булыуы көтөлә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: