Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
2 Ноябрь 2022, 14:16

"Янған-тау" Ҡырғыҙстан менән хеҙмәттәшлек итә

Ҡырғыҙстан Республикаһының Ош ҡалаһында тәүге тапҡыр ЮНЕСКО-ның Үҙәк Азиялағы бюроһы ярҙамы менән «3GEO» халыҡ-ара форумы үтте. «3GEO» - ул геомираҫ, геотуризм һәм геохеҙмәттәшлекте ҡулланып ЮНЕСКО геопарктарын булдырыу.  Был сарала Башҡортостан Республикаһының Салауат ҡалаһында урынлашҡан, халыҡ-ара танылыу яулаған һәм ЮНЕСКО-ның глобаль геопаркы статусын алған «Янғантау» геопаркы әүҙем ҡатнашты. Форумда урындағы халыҡтың тотороҡло туризмы, мәғарифы, фәне һәм экологик үҫеше өсөн геологик мираҫ ҡеүәте, шулай уҡ «3GEO» өлкәһендәге партнерҙарҙың интеграцияһы ҡаралды.   

"Янған-тау" Ҡырғыҙстан менән хеҙмәттәшлек итә
"Янған-тау" Ҡырғыҙстан менән хеҙмәттәшлек итә

Ҡырғыҙстан Республикаһының Ош ҡалаһында тәүге тапҡыр ЮНЕСКО-ның Үҙәк Азиялағы бюроһы ярҙамы менән «3GEO» халыҡ-ара форумы үтте. «3GEO» - ул геомираҫ, геотуризм һәм геохеҙмәттәшлекте ҡулланып ЮНЕСКО геопарктарын булдырыу. 

Был сарала Башҡортостан Республикаһының Салауат ҡалаһында урынлашҡан, халыҡ-ара танылыу яулаған һәм ЮНЕСКО-ның глобаль геопаркы статусын алған «Янғантау» геопаркы әүҙем ҡатнашты. Форумда урындағы халыҡтың тотороҡло туризмы, мәғарифы, фәне һәм экологик үҫеше өсөн геологик мираҫ ҡеүәте, шулай уҡ «3GEO» өлкәһендәге партнерҙарҙың интеграцияһы ҡаралды. 

Форум һөҙөмтәләре буйынса бер нисә килешеү төҙөлдө. Атап әйткәндә, Тянь-Шань геологик йәмғиәте һәм Ҡырғыҙстан Республикаһының Милли комиссияһы менән Башҡортостанға белгестәрҙе стажировкаға ебәреү тураһында килешелде.

Сығанаҡ: https://vk.com/geopark_yangantau 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: