Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
3 Октябрь 2022, 17:10

Октябрь айына һынамыштар

Октябрь – ҡара бейә, ноябрь – ала бейә.Октябрь япмаһа, декабрь япмаҫ...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.


Октябрҙә ел көн буйына төньяҡтан булһа, ҡыш һалҡын килер, көньяҡтан булһа, йылы булыр һәм киләһе йылда ашлыҡ уңыр.
Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер.
Октябрь – ҡара бейә, ноябрь – ала бейә.
Октябрь япмаһа, декабрь япмаҫ.
Ҡарлуғас йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш һыуыҡ һәм оҙаҡ булыр.
Октябрҙә күк күкрәһә, ҡыштың ҡары аҙ булыр.
8 октябрҙә тәүге ҡар еүеш ергә төшһә, иремәй ҡаласаҡ, ҡоро ергә төшһә – тиҙ иреп бөтәсәк.
Урманда миләш күп булһа, көҙ ямғырлы булыр, аҙ булһа – ҡоро килер.
Көҙөн ҡайын менән имән япраҡтары бер юлы ҡойолмаһа, ҡыш ҡаты киләсәк.
1 октябргә тиклем ҡар күҙе төшһә, сана юлы тиҙ булмаҫ.
Көҙ оҙон булһа, яҙ һуң килер.
Әгәр көҙ серәкәй осһа, ҡыш йомшаҡ килер.
Ҡырмыҫҡа ояһы ҙур булһа, ҡыш һалҡын була.
Октябрь – ни арба, ни сана.
Дымлы йәй, йылы көҙ – оҙон ҡышҡа.

Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр"

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды. 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: