Һаҡмар
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
28 Июль 2022, 14:45

Еребеҙҙе ҡурҡыныс үлән баҫа

Был зарарлы үлән башҡа әкренләп янындағы бар үҫемлектәрҙе юҡҡа сығара, өҫтәүенә был үләндең үҙен бер йәнлек тә ашамай. Хәҙер күп урамдарҙа тик шул үлән үҫә...

Еребеҙҙе ҡурҡыныс үлән баҫа
Еребеҙҙе ҡурҡыныс үлән баҫа

 Борсоулы хәл

Урам буйында күкрәп үҫеп ултырған ҡырағай ҡылған (ячмень гривастый) үләненә күнегеп барабыҙ, шикелле. Ә бит был бик ҡурҡыныс. Сөнки был зарарлы үлән башҡа әкренләп янындағы бар үҫемлектәрҙе юҡҡа сығара, өҫтәүенә был үләндең үҙен бер йәнлек тә ашамай. Хәҙер күп урамдарҙа тик шул үлән үҫә. Ул урман-ҡырҙарға ла инеп бара. Ә был тиҙҙән бар файҙалы үҫемлектәрҙең юҡҡа сығыуы менән янай.

Был аҙнала Сосновка ауылында ҡырағай ҡылған үләнен юҡ итеү өсөн эштәр башҡарылды. Был үлән тиҙ арала бар ерҙе ялмап алыуы, уны бер йәнлек тә ашамауы, уның янындағы үҫемлектәрҙең юҡҡа сығыуы менән хәүефле. Сосновка ауылынан Фәриҙә Исмәғилева хәбәр итеүенсә, был изге эшкә фермерҙар Миңдәүләт һәм Руслан Мөрсәлимовтар тотонған. Үҙ техникаһы эшкә ҡушып, улар зыянлы үләнде юҡ иткән. Афарин! Сосновкала был мөһим эш артабан да дауам итәсәк.

Был мөһим эшкә бар райондаштарҙы ҡушылырға саҡырабыҙ! Сөнки был беҙҙең тәбиғәтебеҙҙең һәм бар тереклектең именлеге өсөн бик тә мөһим!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: