Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
28 Июнь 2022, 08:35

Өс ҡарағай

Йылым ауылы уртаһындағы битләүҙә үҫкән "Өс ҡарағай" тиҫтә йылдар дауамында ауылдың күрке, үҙенә күрә бер символы ине... Был турала Гөлфирәнең шиғырында матур тасуирлана.Күптәрҙе был ҡарағайҙарҙың йәше ҡыҙыҡһындырғанын да беләбеҙ- уға яуап та бар. Ылыҫлы ағастарҙың йәшен махсус формула ярҙамында иҫәпләп була һәм 2018 йылдағы һөҙөмтәһен һеҙгә еткерәбеҙ: Наҙарға китеп барған юлдан ҡарағанда 1-се ҡарағайға -155, 2-се ҡарағайға-125, 3-сө ҡарағайға 165 йәш ине...

Йылым ауылы уртаһындағы битләүҙә үҫкән "Өс ҡарағай" тиҫтә йылдар дауамында ауылдың күрке, үҙенә күрә бер символы ине... Был турала Гөлфирәнең шиғырында матур тасуирлана.
Күптәрҙе был ҡарағайҙарҙың йәше ҡыҙыҡһындырғанын да беләбеҙ- уға яуап та бар. Ылыҫлы ағастарҙың йәшен махсус формула ярҙамында иҫәпләп була һәм 2018 йылдағы һөҙөмтәһен һеҙгә еткерәбеҙ: Наҙарға китеп барған юлдан ҡарағанда 1-се ҡарағайға -155, 2-се ҡарағайға-125, 3-сө ҡарағайға 165 йәш ине. Үкенескә ҡаршы, һуңғы икәүһе инде ҡороно, урта йәштәге тәүгеһе генә тере...
Ауылдаштарға тәҡдим шундай- ошо ҡарағайҙар янында яңынан ҡарағайҙар ултыртырға кәрәктер (өсәү генә түгел, күберәк итеп), үҫеп киткәнсе уларҙы кәртәләп алыу кәрәк ине. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ауылыбыҙҙың элекке ҡотон кире ҡайтарайыҡ.

"Өс ҡарағай"

(Гөлфирә Ишбаева-Хөсәйенова. Июнь, 2018 йыл.)
Ауылымдың йөҙөк ҡашы булып,
Ғорур тора мәғрур "Өс ҡарағай".
Нисә йылдар, быуат ултырһа ла
Тарих йыйып һаман ҡартаймай.

Һирәгәйә инде ботаҡтарың,
Гүйә салланғандай ҡартлыҡта.
Бирешмәй ул ыжғыр елдәргә лә,
Заман ҡуйған ҡаты талапҡа.

Үткәндәрҙең тере шаһиты һин,
Өнһөҙ генә серҙәр һаҡлайһың.
Ғорур башын сөйөп офоҡтарға
Йылымымды (ауылымды) гүйә байҡайһың.

Саҡматаштай ажғыр, сая аттар
Итәгеңдә эҙҙәр ҡалдырҙы.
Ҡыҙылдары, ағы, Поленовы
Халыҡ хәтеренә уйылды.

Хәстәрлекле изге әсә кеүек
53 улды яуға оҙаттың.
Күҙ яҙҙырмай, фатихаңды биреп
Иҫән ҡайтыуҙарын юраның.

Өскөл ҡара хаттар килгән һайын
Үкһеп-үкһеп даулап шауланың.
Ботаҡтарын елдәр башын бутап,
Ҡәһәрләнең фашист дошманын.

Әсә маңлайҙары һырландылар
Бураҙналай буйы, арҡыры.
Эстәренә һыймай күҙ йәштәрең
Ҡайнар сайыр булып атылды.

Ҡартаяһың, гүйә, кәр ҙә кәмей,
Ә һин һаман тоғро һаҡтаһың.
Үлемһеҙлек батырҙарға хас, тип
Исемеңде быуаттарға яҙып
Шартлап һынғанда ла һаҡларһың.


 

Ғәле Фәхретдинов.

 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: