Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
20 Июнь 2022, 17:05

Тағы һыуытамы?

Ямғыр, йәшен ... боҙборсаҡ?!

Тағы һыуытамы?
Тағы һыуытамы?

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, дүшәмбе, 20 июндә, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы, төньяҡ-көнбайышта урыны менән көслө ямғыр яуыуы ихтимал. Айырым райондарҙа йәшен, көндөҙ боҙ-борсаҡ. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙгө сәғәттәрҙә +17, +22 градус була.

Шишәмбе, 21 июндә, төндә республикала, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, көндөҙ боҙборсаҡ. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Температура төндә +9, +14, көндөҙ +17, +22 градус.

Шаршамбы, 22 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә +8, +13, көндөҙ +21, +26 градус йылы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: