Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
8 Июнь 2022, 19:15

Ҡыйлыҡ иленән репортаж

Тын ҡалған урман ҡосағына инеп, саф һауаны туйғансы һулауы үҙе бер бәхет, шулай бит? Әммә ҡалабыҙ тирәһендәге ағаслыҡтар, телевышкаға барып еткәнсе, өйөм-өйөм сүп-сар менән тулған. Рәхәтләнеп ял итәләр һәм бар ҡыйҙарын шунда ташлап китәләр. Был ғына етмәй әле: бәғзе берәүҙәр быяла шешәләрен онтап-онтап китә. Ҡайҙан һәм ниҙән киләлер был вәхшилек? Шул кешеләр бит – беҙ! Бер кем дә ситтән килеп беҙҙең тәбиғәтте бысратып, унда ҡый өйөп китмәй. Ер-әсәгә ҡарата шундай енәйәт ҡылған кешеләр был донъяла ниндәй уйҙар менән йәшәй икән ул? Әллә уларҙың йөрәген дә күптән ҡый баҫҡанмы икән?..

Ҡыйлыҡ иленән репортаж
Ҡыйлыҡ иленән репортаж

Тыуған еребеҙҙең таҙалығы – намыҫыбыҙ көҙгөһө ул...

Бар донъяны ҡыйлыҡ баҫып алып, кешеләр уның аҫтында йәшәргә мәжбүр булыуы тураһындағы төшөм иң ҡурҡыныс һаташыуҙарымдың береһе булғандыр. Бындай күңел тетрәнеүе төн йоҡоһона бушҡа килеп инмәне. Рәсәй телевидениеһы хеҙмәткәрҙәренең Ер шарын баҫып барған ҡыйлыҡтың киләсәктә әҙәм балаһының тормошона ниндәй һәләкәтле үҙгәрештәр килтерәсәген ҡарағандан һуң булды ул. Ысынлап та, планетабыҙҙы көн-төн бысратыуыбыҙ өсөн беҙгә яуап бирергә тура киләсәк әле. Ҡайһы бер сит илдәрҙә әллә нисә саҡрым оҙонлоҡҡа һәм бейеклеккә һуҙылған ҡыйлыҡ янында йәшәгән кешеләрҙең организмында ғалимдар ҡот осмалы үҙәрештәр таба. Ҡайһы бер йәнлектәр ҙә сүп-сар ашап тулыһынса икенсе йән эйәһенә әүерелә. Ә күпме хайуандар һәм ҡоштар юҡҡа сыға бара...

Беҙҙә ундай ҡурҡыныс хәл юҡ бит”,-тип килешмәүселәргә ҡала ҡыйлығына сәйәхәт ҡылырға ғына кәрәк. Ошо көндәрҙә ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев, Баймаҡ торлаҡ-коммуналь хужалығы менән ҡала сүплеген барып ҡараныҡ. Барыһы ла Радмир Фитрат улының: “Былай барһа, тиҙҙән ҡала яны ғына түгел, ә урамдар ҙа ҡыйлыҡтан осҡан сүп-сар менән ҡапланасаҡ”,-тигән борсоулы сығышынан башланды.

Һуңғы йылдарҙа ҡалҡып сыҡҡан “Ҡый” реформаһының тулыһынса эшләп китә алмауы менән һәр кем килешер. Урамдарға сүп-сар контейнерҙары ҡуйылып, уға йыйылған ҡыйҙы ташларға өйрәнеп барабыҙ, шикелле. Әммә сүп-сарҙы айырып ташларға кәрәк икәнлеген һаман аңлап етмәйбеҙ. Айырып һалынған ҡый артабан эшкәртеүгә ебәрелә һәм был ҡыйҙы бөтөрөүҙе, кәрәклеһен ҡулланыуға ебәреүҙе лә тиҙләтер ине. Әммә был йәһәттән беҙгә өйрәнергә лә өйрәнергә әле.

Радмир Фитрат улының һүҙҙәренә ҡолаҡ һалайыҡ.

- Баймаҡ ҡалаһының элекке сүп-сар полигонына әлеге ваҡытта рекультивация эшләнә. Был эште башҡарыу өсөн Тольятти ҡалаһынан подрядсы билдәләнгән. Барыһы биш берәмек техника эшләй. Улар 12 гектар ерҙе эшкәртәләр. Шуның 8 гектары ер аҫтына күмелергә тейеш. Ҡалған 4 гектар ерҙе, күмеләсәк майҙанға индереп, артабан ҡырсынташ менән ябып, өҫтөнән һыу үткәрмәй торған материал ябып, ҡара тупраҡ һалып, өҫтөнә үлән сәселәсәк, үҫентеләр ултыртыласаҡ. Был эштәр быйыл дауам итеп, 2023 йылға тамамланырға тейеш. Шуныһы ҡыуаныслы, әле үк ҡыуанырлыҡ күренештәр бар. Ул - ҡыйлыҡтың 20 проценты тәртипкә килтерелеүе.

Әммә борсоған мәсьәләләр ҙә етерлек. Беҙҙең халыҡ ҡыйлыҡты полигонға сығарып өйрәнгән. Шул уҡ ваҡытта “Таҙа ил” федераль программаһы буйынса ҡыйҙы айырып йыйыу ҡаралған. Халыҡты ошоға өйрәтеү өсөн дә беҙ ҡалала төрлө төҫтәге контейнерҙар ҡуйып сыҡтыҡ. Быяла – айырым, пластмасс – айырым, биоҡалдыҡтар айырым йыйылырға тейеш. Ағас, үлән кеүек ҡый айырым урынға өйөлөргә тейеш. Ошондай сүп өсөн беҙ полигонда айырым урын билдәләгәйнек, тик ул бар ҡый бергә өйөлгән законһыҙ ҡыйлыҡҡа әүерелеп бара. Сөнки бында бысҡы онтағы ла, тиреҫ тә, төҙөлөш материалдары ла, хатта бесән дә бар. Ә бит тиреҫте, бысҡы онтағын ашлама итеп ҡулланырға була. Ә ағасты ниңә мунсаға яҡмаҫҡа? Хәҙер бер йөк утындың хаҡы 8 – 12 мең һум. Ғаилә бюджетына үҙенә күрә яҡшы ғына экономия булыр ине. Беҙ үҙебеҙең ихатанан мөмкин тиклем әҙерәк сүп-сар сығарырға тейешбеҙ. Бөгөн полигон янындағы күренеште бер һүҙ менән генә атап була – тәртипһеҙлек! Беҙҙең ялҡаулыҡ, уйлап эшләмәү арҡаһында килеп сыҡҡан тәртипһеҙлек. Беҙ шул тиклем тәбиғәткә вәхшиҙәрсә ҡараштабыҙ, хатта был хаҡта уйлауы ла ҡурҡыныс. Урмандарҙы ҡыйлайбыҙ, ҡала тирәһенә сүп-сар түгеп китәбеҙ, шешәләр машина тәҙрәһенән генә ырғытыла. Мин халыҡы ошо етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә, тирә-яҡ мөхитте һаҡларға саҡырам. Беҙҙең районда “ЭКО-Сити” операторы бар. Улар С.Юлаев, проспекты, 32-се йорт, 207-се бүлмәлә урынлашҡан. Йыйылып киткән ҡыйҙы сығарыу өсөн улар менән килешеү төҙөргә кәрәк. Тейешле сумманы түләгәс, “ЭКО-Сити” машинаһы һеҙҙең сүп-сарҙы йортоғоҙҙан алып китәсәк. Был контейнерҙарға һалып булмаған, эре ҡыйға ҡағыла. Бына ошо тәртиптә беҙ артабан йәшәргә һәм эшләргә тейешбеҙ.

 

Ысынлап та, полигонды эшләп йөрөгән техника артынан таҙа ер ҡала. Бер нисә йылдан ошо урын йәшеллеккә күмеләсәген уйлаһаң, күңел күтәренкелеге килә. Әммә башҡараһы эштәр байтаҡ әле. Шуға күрә лә полигонды тулыһынса рекультивациялап бөтөү срогы 2023 йылға ҡуйылғандыр.

Мәғлүм булыуынса, Урал аръяғы буйынса “ЭКО-Сити” операторы менән “Альянс” ЯСЙ-һы эшләй. Улар полигондың янында ваҡытлыса ҡыйҙы йыйыу урынын эшләгәндәр һәм уны кәртәләп алғандар. Ҡала урамдары буйлап йыйып алған, ауылдарҙан һәм Сибай ҡалаһынан килгән сүп-сар ошонда индереп түгелә. Артабан сүп-сар Белоретҡа эшкәртеүгә ебәрелергә тейеш. Әммә был ваҡытлыса полигонды ҡарау ҙа күңелдә борсолоу тыуҙырҙы. Унда ҡыйҙы айырып йыйған-һалған урын күренмәне. Бында бит ул айырылып, эшкәртелеүгә ебәрелеүгә әҙерләнергә тейеш. Шулай уҡ ҡый өйөмдәре ҙурайғандан-ҙурая бара. Һәм Баймаҡ еренең туҡтауһыҙ еле был кәртәләп алынған ҡыйлыҡтағы сүп-сарҙы ситкә осора. Көндән-көн ҡый күбәйәсәк, тимәк, өйөмдәр ҙә ҡалҡа барасаҡ. Тимәк, кәртәләп алынған ҡыйлыҡтан да еңел сүп-сар (ә теләһә ниндәй полиэтилен, еңел пластмасс әйберҙәр, ҡағыҙ бында бик күп) осоп, ҡала ситенә тараласаҡ. Был күренеште хәҙер ҙә күҙәтергә мөмкин.

Шулай уҡ халыҡтың ошо кәртәләп алынған полигон янына түккән ҡыйҙары ла өйөм-өйөм булып күбәйеп тип бара. Нимә генә юҡ бында! Тиреҫ, бысҡы онтағы, бесән... Ә бит шул уҡ тиреҫте йыл аша, ҡайһы саҡта йыл һайын баҡса өсөн һатып алабыҙ. Әгәр үҙегеҙгә кәрәк булмаһа, интернетҡа иғлан яҙып һалһағыҙ, баҡсасылар ҙур теләк менән алып китер ине. Мәҫәлән, бер ағайҙың баҡса миҙгеле еткәс, шулай яҡшы ғына аҡса эшләгәнен беләм. Ул ташларға уйлаған тиреҫте ауылдарҙан барып тейәп алып китә һәм ҡалаға алып килеп һата. Бер машина – 3-4 мең һум. Уйлап ҡарағыҙ, бер миҙгел эсендә күпме аҡса эшләргә була. Ә кемдер был “аҡса”һын ҡыйлыҡҡа алып барып түгә.

Шулай уҡ бысҡы онтағын да баҡсасылар ашлама итеп ҙур теләк менән алыр ине. Бик үк ярылып та бөтмәгән шифер ҙа түгелгән бында. Ә бит интернетта йыш ҡына шундай шиферҙы һатып алам тигән иғландарҙы осратырға була. Эйе, беҙҙең халыҡ юҡтан да аҡса эшләргә бер нисек тә өйрәнеп бөтә алмай. Һатыуҙы уңайһыҙ күргән кешеләр бушлай тарата ала бит. Интернетҡа иғлан ғына яҙ ҙа, килеп алып китеүселәрҙе генә көт

Был йәһәттән мин Әбделкәрим ауылынан хөрмәтле хеҙмәт ветераны Йәмних Ҡашҡаровҡа һоҡланғайным. Ул “Ҡый” реформаһы сыҡҡас: “Мин нимә өсөн түләргә тейеш икән һуң? Минең ихатанан сүп сыҡмай”,-тип ултырғайны. Йүнсел хужа бер нәмәне лә әрәм итмәй, һәр ҡалдыҡҡа “икенсе тормош” биреү әмәлен тапҡан. Шулай уҡ ҡалабыҙҙың танылған баҡсасылары Рауилә һәм Миңлеурал Мөхәмәтйәровтарҙың һәр ҡалдыҡты баҡсаһының бер мөйөшөнә һалып барып, унан уңдырышлы ер эшләп алыуҙары хайран ҡалдырғайны. Ә уларҙың бар емеш-еләге, йәшелсәһе емерелеп уңа. Бына бит, йүнселдәр бер нәмәне ситкә ебәрмәй, һәр нәмәнең файҙаһын күреп йәшәргә өйрәнгән.

Тағы бер күңелгә һыймаған күренеш – ҡыйлыҡҡа аҙыҡ-түлектең түгелеүе. Аслыҡты кисергән инәй-олатайҙар яныбыҙҙа ғына әле. Уларҙың хәтирәләрен, исмаһам, бер мәртәбә ултырып тыңлағыҙ. Аслыҡтан шешенеп, ярты һыныҡ икмәккә йәнен бирергә әҙер булған ҡәрҙәштәребеҙҙе хәтерегеҙгә алығыҙ. Икмәкте типкесләп алып йөрөгәндә, уны сүп итеп ташлағанда бер мәлгә булһа ла, ошо хаҡта уйлаһағыҙсы. Ҡыйлыҡ тулы аҙыҡ булғас, хәҙер аҡсарлаҡтар ҙа йылға-күлдән балыҡ тотоп ыҙаламай. Йырҙарҙа йырланған ҡоштар сүп-сар ашап, ошонда йәшәй. Эре-эре ҡомаҡтар ҙа төйәк иткән ҡыйлыҡты. Асарбаҡтар (бомждар) ашарға таба алмағанда ошо ҡомаҡтарҙы тотоп, утта өтөп ашай. Һимеҙ ҡомаҡтар уларҙың ғына түгел, ә ... ҡарсығаларҙың да “ашы”на әүерелгән. Ҡыйлыҡ өҫтөндә өйөрөлгән бер нисә ҡарсығаны бер юлы күҙәтергә була. Әҙәм балаһының хаттин ашып, ер өҫтөн ҡый менән тултырыуы, шулай итеп йәнлектәрҙең дә йәшәү рәүешен үҙгәртә.

Тын ҡалған урман ҡосағына инеп, саф һауаны туйғансы һулауы үҙе бер бәхет, шулай бит? Әммә ҡалабыҙ тирәһендәге ағаслыҡтар, телевышкаға барып еткәнсе, өйөм-өйөм сүп-сар менән тулған. Рәхәтләнеп ял итәләр һәм бар ҡыйҙарын шунда ташлап китәләр. Был ғына етмәй әле: бәғзе берәүҙәр быяла шешәләрен онтап-онтап китә. Ҡайҙан һәм ниҙән киләлер был вәхшилек? Шул кешеләр бит – беҙ! Бер кем дә ситтән килеп беҙҙең тәбиғәтте бысратып, унда ҡый өйөп китмәй. Ер-әсәгә ҡарата шундай енәйәт ҡылған кешеләр был донъяла ниндәй уйҙар менән йәшәй икән ул? Әллә уларҙың йөрәген дә күптән ҡый баҫҡанмы икән?

Хөрмәтле яҡташтар! “Ҡый” реформаһының тулыһынса эшләп еткермәүе беҙҙең тыуған еребеҙҙе бысратыуға аҡланыу була алмай. “Түләйем, шуға күрә ҡыйҙы ҡайҙа теләйем, шунда ташлайым!”-тигән һүҙҙәр яңғыратыу ҙа аңһыҙлыҡ ул.

Тыуған еребеҙҙән сафлыҡ бөркөлөп торамы, әллә ҡыйға батҡанмы – ул беҙҙең намыҫ көҙгөһө. Ошо хаҡта онотмайыҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: