Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
26 Май 2022, 16:05

Июнь айы һынамыштары

Июнь айы йылы булһа, уңыш яҡшы буласаҡ.Июнь айында ямғырҙан һуң йәйғор пәйҙа булһа, һауа торошо бик оҙаҡ йылы буласаҡ.Төндә йәшен йыш булһа, уңыш мул буласаҡ... Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Әгәр һандуғас төнө буйына һайрай икән, икенсе көндө көслө ел буласаҡ.
Июндәге ямғырҙар алтын тауға тиң.
Июнь айы йылы булһа, уңыш яҡшы буласаҡ.
Июнь айында ямғырҙан һуң йәйғор пәйҙа булһа, һауа торошо бик оҙаҡ йылы буласаҡ.
Төндә йәшен йыш булһа, уңыш мул буласаҡ.
Әгәр турғай үҙ ояһын ерҙә ҡора икән, йәй бик ҡоро буласаҡ, ә ағаста ҡорһа, ямғырлы була. Әгәр миләш һуң сәскә ата икән, көҙ оҙон буласаҡ.
Июндә томан йыш булһа, бәшмәк күп буласаҡ.
Июнгә ҡара ла декабрҙе күҙалла.
Ҡарлуғас йәй башлай, һандуғастан йәй тамамлана.
Июнь айында сәскәләр сәскә ата, һандуғастар йырлай, июнь айында күңелле, ә ризыҡ аҙ.
Июндә иртән һыу буйлап томан ағыла икән, көн ҡояшлы буласаҡ.
Сәскә атыусы миләшкә бал ҡорттары күпләп йыйылһа, иртәгәһенә һауа торошо һәйбәт булыр
Июндә туғайҙан салғы тотоп үтһәң, июль баҫыуҙан ураҡ тотоп үтерһең.
Июндең егерме һигеҙендә яуған ямғыр ете көнгә һуҙылыр.
Фото Интернеттан.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: