Үткән беренсе май ялдарында ғына районыбыҙҙа өс урман янғыны теркәлгән. Был хаҡта бөгөн район хакимиәте башлығы Фәнис Ғәбдрәшит улы үткәргән оператив кәңәшмәлә әйтелде. Район етәксеһе ут сығыуҙа ғәйеплеләрҙе асыҡлап, яуапҡа тарттырыу мөһимлеген белдерҙе. Янғындар диләнкәләрҙән сыҡҡан. Был нимә тураһында һөйләй? Тимәк, урман эше менән шөғөлләнеүселәр ут менән һаҡһыҙ ҡылана, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен күҙәтмәй. Ә бындай хоҡуҡ боҙоу өсөн енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған.
Шуға күрә урмандарҙа һаҡ булайыҡ! Әгәр усаҡ тоҡандыраһығыҙ икән, уны һуңғы ҡуҙына тиклем һүндерегеҙ. Былтыр булған урман янғындары күпме тереклекте һәләк итте. Ауылдарға үтеп инә яҙҙы. Тик янғын һүндереүселәрҙең, урмансыларҙың, халыҡтың тиҙ һәм берҙәм эш итеүе генә оло бәләнән алып ҡалды бит. Ошо хаҡта онотмайыҡ!