Был сара йәш быуындың экологик мәҙәниәтен һәм аңлылығын күтәреүгә, шулай уҡ мәктәп уҡыусыларын һәм мәғариф учреждениелары тәрбиәләнеүселәрен тәбиғәтте һаҡлау көн тәртибенә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән, был «Экология» милли проектының өҫтөнлөклө йүнәлештәренә тулыһынса тап килә.
Республика балалар экология-биология үҙәге етәксеһе Екатерина Кошелева әйтеүенсә, конкурста республиканың 135 йәш экологы ҡатнашҡан, онлайн-конференцияға иң яҡшы 54 уҡытыу-тикшеренеү эштәре һәм проекттары авторҙары саҡырылған. Үҙ эштәрендә йәштәр тирә-яҡ мөхиттең экологик торошон тикшерҙе, биотөрлөлөктө баһаланы, булған экологик проблемаларҙы хәл итеү юлдарын тәҡдим итте.
Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы төбәк этабында еңеүселәрҙе һәм уларҙың уҡытыусыларын ҡотлап, артабан да эштәрендә уңыштар теләй.
Төбәк этабында еңеүселәрҙең эштәре «Асыштар 2030» Бөтә Рәсәй тирә-яҡ мөхитте өйрәнеүсе йәш тикшеренеүселәр конкурсының Бөтә Рәсәй этабында ҡатнашыу өсөн Мәскәү ҡалаһына ебәрелде.
#зелёнаябашкирия #минэкологиирб #экобашкортостан #экологическоевоспитание #командахабирова #правительстворазвития #нацпроекты #регпроекты #нацпроектыбашкортостан