Һаҡмар
+25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
1 Ноябрь 2021, 10:35

Ноябрь—тимәк, оҙаҡламай ҡыш та етә...

1 ноябрь көн йылы булһа, ҡыш йылы килер2 ноябрь —ҡар ҡоро ергә төшһә, ә ағастар япраҡ ҡойоп бөтөрмәгән булһа, ул тиҙҙән иреп бөтә3 ноябрь көн йылы булһа, бер аҙна йылы һауа торошо һаҡлана4 ноябрь...

1 ноябрь көн йылы булһа, ҡыш йылы килер
2 ноябрь —ҡар ҡоро ергә төшһә, ә ағастар япраҡ ҡойоп бөтөрмәгән булһа, ул тиҙҙән иреп бөтә
3 ноябрь көн йылы булһа, бер аҙна йылы һауа торошо һаҡлана
4 ноябрь ямғыр яуһа, ҡыш иртә килер. Ваҡ ямғыр һибәләһә, һауа торошо боҙолор.
5 ноябрь көнө ҡар йәки ямғыр яуһа, өс аҙнанан ҡар ята
6 ноябрҙә ай нур сәсеп ялтыраһа—йылыта, һыҙыҡланып торһа—һыуыта
7 ноябрҙә йондоҙҙар тоноҡ янһа, һауа торошо боҙола
8 ноябрь иртәнән бәҫ—ҡарлы ҡышҡа ишара
9 ноябрь ниндәй—май айы шундай
10 ноябрь бәҫ—һыуыҡҡа, томан—епшек көнгә
11 ноябрь—болоттар түбән йөҙһә, сатнама һыуыҡтар көтөлә
12 ноябрь ҡырпаҡ ҡаш төшһә, ысын ҡыш оҙаҡ көттөрмәҫ
13 ноябрь көн аяҙ икән, иртәгәһе көндәр елле булыр
14 ноябрь көнө ҡар төшһә, яҙ һыу күп булыр. Был көндө аяҡҡа бысраҡ эйәрә икән, һыуыҡтар булмаҫ
15 ноябрь һыуыҡ булып, әтәстәр йырлаһа, көндәр йылыта
16 ноябрь мөрйәнән сыҡҡан төтөн ергә ауһа, алда йылы һауа торошо булыр
17 ноябрь еңелсә һыуыҡ икән, ҡыш һыуыҡ булмаҫ
18 ноябрь ҡар яуһа, көҙгө культуралар уңышына ишара
19 ноябрь көнө ҡар осһа, ҡыш ҡарлы килер. Әгәр был көндө ел булмаһа, тиҙҙән ысын һыуыҡтар башлана
20—боҙ ҡатһа, тимәк, башҡа йылытмай
21 ноябрь епшек ҡар яуһа, яҙ айҙары ямғырлы булыр
22 ноябрь иртәһендә ағастарҙы бәҫ һырыһа, һоло уңыр. Ямғыр яуһа бойҙай мул булыр
23 ноябрь томан ергә төшөп, сыпсыҡтар сырҡылдашһа, епшек ҡар яуыр
24 ноябрь һыуыҡ булһа, ике-өс көндән һауа торошо боҙолор
25 ноябрҙә ваҡ ямғыр һибәләһә, кискә һыуытыр
26 ноябрҙә сәүкәләр сырылдашһа, епшек көнгә
27 ноябрь көн болотло йәки яуым-төшөм булһа, йәйҙең беренсе көндәре матур килмәҫ
28 ноябрь көнө ятҡан ҡар яҙға тиклем иремәй
29 ноябрь көндө еүеш ҡар—буранға
30 ноябрь көн ҡояшлы икән, ҡыш ҡояш менән әллә ни һөйөндәрмәҫ

Фото интернеттан

Ноябрь—тимәк, оҙаҡламай ҡыш та етә...
Ноябрь—тимәк, оҙаҡламай ҡыш та етә...
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас в