Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
4 Октябрь 2021, 10:35

Октябрь айына һынамыштар

Октябрь япмаһа, декабрь япмаҫ. Октябрҙә күк күкрәһә, ҡыштың ҡары аҙ булыр...

Октябрь айына һынамыштар:

Октябрь – ҡара бейә, ноябрь – ала бейә.
Октябрь япмаһа, декабрь япмаҫ.

Кистән аяҙ булһа, иртән дә аяҙ килә.
Кишер япрағы шиңһә, ямғыр яуыр.
Көҙ йылы килһә, ҡыш оҙон була.
Көҙ килеше йәйенән билдәле.
Көҙ көнө ағас япраҡтары ҡойолмаһа, халыҡҡа ауырлыҡ.
Көҙ оҙон килһә, яҙ һуң килер.
Көҙгө һыуыҡтан көнлөк ҡас.
Көҙҙән иртә ҡар яумаһа, алғы йәйҙе иген уңышы насар булыр.
Көҙ арттан ҡараһа, аяҙ булыр.
Көҙ аяҙ булһа, аҙыҡ аҙ булыр.
Көн елләһә, ямғыр булыр.
Көн ҡыҙҙырһа, ямғырға була.
Көндөҙ болотлап, кис елләһә — көн һыуытыр.
Көнсығышынан ел сыҡһа, ямғырға.
1 октябрҙә ел көн буйына төньяҡтан булһа, ҡыш һалҡын килер, көньяҡтан булһа, йылы булыр һәм киләһе йылда ашлыҡ уңыр.
1 октябрь көндө торналар китмәһә, ноябргә тиклем һыуыҡтар булмаясаҡ.
1октябргә тиклем ҡар күҙе төшһә, сана юлы тиҙ булмаҫ.
8 октябрҙә тәүге ҡар еүеш ергә төшһә, иремәй ҡаласаҡ, ҡоро ергә төшһә, тиҙ иреп бөтәсәк.
Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер.
Ҡарлуғас йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш һыуыҡ һәм оҙаҡ булыр.
Октябрҙә күк күкрәһә, ҡыштың ҡары аҙ булыр.
 Урманда миләш күп булһа, көҙ ямғырлы булыр, аҙ булһа – ҡоро килер.
Көҙ оҙон булһа, яҙ һуң килер.

Фото интернеттан

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: