Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
22 Сентябрь 2021, 14:06

Көҙ оҙон килһә...

яҙ һуӊ килер. 1 октябрь көндө торналар китмәһә...(Дауамы беҙҙең сайтта)

Көҙ — йыл миҙгеле, айырым бер билдәләр (астрономик, календарь, климатик, фенологик һ.б.) буйынса билдәләнә. Астрономияла төньяҡ ярымшарҙа көҙгә көҙгө көн тигеҙләгәндән (22—23 сентябрь) ҡышҡы ҡояш торошона (21—22 декабрь) хәтле булған ваҡыт арауығы иҫәпләнә.
Мәҡәлдәр, әйтемдәр, һынамыштар

Көҙ оҙон килһә, яҙ һуӊ килер.

Көҙ килеше йәйенән билдәле.

Турғай түбәндән осһа, көҙ ҡыҫҡа булыр.

Симән көнө ямғыр яуһа, көҙ бысраҡ килер.

1 октябрь көндө торналар китмәһә, ноябргә тиклем һыуыҡтар булмаясаҡ.

8 октябрь тәүге ҡар еүеш ергә төшһә, иремәй ҡаласаҡ, ҡоро ергә төшһә- тиҙ иреп бөтәсәк.

Фото интернеттан.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: