Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
18 Июль 2021, 11:35

“Таналыҡ” ЯСЙ-һы Таналыҡ йылғаһы өсөн яуап тотто

Был йәһәттән Азат Шамил улының: ”Мәҫәлән, Темәс ауылы янында илленән ашыу ҡатламлы таш сығарған ташландыҡ карьерҙар бар. Власть органдарынан кем һәм ни өсөн ошондай хәлгә күҙ йомоп ҡараны икән?”-тип әйтеүе һәр кемде уйға һалғандыр һәм ниндәйҙер һығымтаға ла килтергәндер...

Тыуған ерҙәребеҙҙе таларға рөхсәт биргән ришүәтселәр закон алдына баҫасаҡ

Ҡалабыҙҙы йәмләп аҡҡан Таналыҡ йылғаһының йылдан-йыл һайығып, һаҙлыҡҡа әүерелеп барыуын күреп барыбыҙҙың да йөрәге әрней. Хәйбулла районы, артабан Ырымбур өлкәһенә аҡҡан йылғаның юҡҡа сыға барыуына алтын йыуыу менән шөғөлләнгән “Таналыҡ” ЯСЙ-һының туранан-тура ғәйебе бар икәнлеген һәр кем аңлай. Республика Башлығы Радий Хәбиров беҙгә килгән эш сәфәрҙәре ваҡытында был проблеманы ла күтәрҙе һәм уны хәл итеү юлдары табыласағын белдергәйне. Ысынлап та алтын йыуыусыларҙың тәбиғәтте ҡырағайҙарса талауы беҙҙең Таналыҡ йылғаһын да, тәбиғәтебеҙҙе лә күптән ҡан илата.

Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов яҙғыһын районыбыҙға килгән эш сәфәре ваҡытында ошо проблеманы күтәрҙе. Азат Шамил улы район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, район прокуроры Азат Кәримов, экологтар, “Урал аръяғы йәмәғәт башланғысы берекмәһе” ағзалары, Баймаҡ халҡы менән берлектә “Таналыҡ” ЯСЙ-һының етәкселеге менән алтын йыуыу урынында осрашҡайны. Алтын йыуыусыларға рекультивация эшләмәү, Таналыҡ йылғаһының үҙәнен үҙгәртеү, алтыу йыуыу өсөн алынған ерҙәрҙең сиген үтеп, ҡуртымға алынған ерҙән ситкә сығыу, һалымдарҙы урындағы бюджетҡа түгел, ә Мәскәүгә ебәреү һ.б. дәғүә белдерелгәйне. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Таналыҡ йылғаһының үҙәнен, ашығыс рәүештә рекультивацияға мохтаж ерҙәрҙе, алтын йыуыу эшенең схемаларын ҡарағайны. Алтыу йыуған урынында уҡ үткәрелгән осрашыу бик ҡыҙыу үткәйне. 

 

Азат Шамил улы “Таналыҡ” ойошмаһының эшмәкәрлеген контролдә тотоу өсөн Эш төркөмөн булдырыласаағын, тирә-яҡ мөхиткә зыян килтергән өсөн дәғүә белдереп, енәйәт эшен ҡуҙғатыласағын; Таналыҡ йылғаһының торошон тикшереү маҡсатында БР Экология министрлығы тарафынан эксперттар билдәләнәсәген (шул осорҙа уларға эш хаҡын компания түләй); июль аҙағына тиклем компания районға, ҡуртымға алған ерҙәр өсөн, бурыстарын түләп бөтөргә тейешлеген; зыян килтерелгән ерҙәрҙе төҙөкләндереү эше киләһе аҙнанан башланып август аҙағына тамамланырға тейешлеген; “Таналыҡ” ойошмаһы район алдындағы социаль бурыстарҙы үҙ өҫтөнә аласағын (күләмен ике яҡ бергә хәл итә);  ойошма Мәскәүҙәге юридик адресын Баймаҡ ҡалаһына күсереү мәсьәләһен хәл итергә тейешлеген белдергәйне. 

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте йортонда республика биләмәһендә ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса Ведомство-ара комиссияның тәүге ултырышы үтте. Унда Хәйбулла, Баймаҡ, Учалы, Әбйәлил райондары хакимиәт башлыҡтары, төрлө ведомство етәкселәре, ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә эшләгән ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты. Һәм эшмәкәрлектәренә ҡарата урындағы халыҡ ризаһыҙлыҡ белдергән компанияларҙың вәкилдәре саҡырылды: “Таналыҡ”, “Саңғалыҡ диорит карьеры”, “Альт-инвест” яуап тотто.

Сараны Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов һәм Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров алып барҙы. Һәм, әлбиттә, һүҙ беҙҙең тәбиғәтте ҡырағайҙарса талаған алтыу йыуыусыларға ҡағылды. 

Хәтерегеҙҙә булһа, Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтендә предприятиеларҙың экологияға зарар килтергәне өсөн финанс яуаплылығын арттырыуҙы күҙ уңында тотҡан закон ҡабул итеү бурысын ҡуйҙы. Рәсәй лидеры тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йәһәтенән ҡәтғи эш итергә саҡырҙы. Ул “Росприроднадзор”ҙың һәм башҡа контроль органдарының үҙҙәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы еренә еткереп үтәргә тейешлеген билдәләне. Владимир Путиндың “Тәбиғәт иҫәбенә килем алдың икән – артыңдан йыйыштырып та ҡуй” тигән һүҙҙәре төп нигеҙгә әйләнде. 

Майҙа Баймаҡ районында үткән кәңәшмә барышында ла  республика Башлығы Радий Хәбиров был йүнәлештә эшләгән ведомстволар, ер аҫты ҡаҙылмалары сығарған предприятие вәкилдәре алдында аныҡ һәм теүәл бурыстар ҡуйғайны.

Ведомство-ара комиссияның ултырышында Азат Бадранов былай тип сығыш яһаны: “Бөгөнгө ултырышта ер аҫтын файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеге һәм был йәһәттән атҡарылған хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшербеҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәм, был комиссия Башҡортостан Башлығы Указы менән булдырылды. Беҙ һәр яҡтан тигеҙлек һаҡлау, килеп тыуған мәсьәләләрҙең тиҙ һәм закон нигеҙендә хәл ителеүен тәьмин итергә тейеш. Комиссияның маҡсаты – консультациялар биреү, кәңәшмәләр үткәреү, ер аҫтын файҙаланыу менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың эшен яйға һалыу. Кварталға бер йыйылып, атҡарылған эштәрҙе барларбыҙ, киләсәккә пландар ҡуйырбыҙ. Бынан тыш, тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләрҙе урынға сығып өйрәнербеҙ. Ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә барлыҡҡа килгән һорауҙар республика етәкселеген ныҡ борсой. Айырыуса был өлкәләге закон боҙоу осраҡтары, ҡаҙылма байлыҡтар алынғандан һуң биләмәгә рекультивация үткәрмәү, лицензияланған биләмәнән ситкә сығыу йыш осраған күренештәр – улар менән көрәшергә кәрәк. Ведомство-ара комиссия төҙөү был өлкәлә тәртип булдырыуға нигеҙләнгән һәм ил Президенты Владимир Путин ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу ул. Ер аҫтын файҙаланыу тармағында комплекслы проблемалар күптән бар. Һөҙөмтәлә тәбиғәткә ҡарата ҡырағайҙарса мөнәсәбәт урындағы халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Беренсе ултырышҡа әҙерлек башлағас, Урал аръяғы райондарында вазифа биләгән кешеләрҙең ришәүәтселеккә барыуы тураһында мәғлүмәттәр килә башланы. Уларҙы өйрәнербеҙ һәм артабан эште хоҡуҡ һаҡлау органдарына ебәрербеҙ. Әлбиттә, бындай хәл халыҡ араһында имеш-мимеш хәбәрҙәр тыуҙыра. Шуға беҙҙең комиссия ошо тармаҡта килеп тыуған проблемаларҙы хәл иткән майҙансыҡ булырға тейеш, һәр яҡты тыңлап, ишетеп эшләргә бурыслыбыҙ. Иҡтисади үҫеш менән тәбиғәтте һаҡлау араһындағы балансты көйләү көн ҡаҙағына ҡуйылды”.    

Урал аръяғы райондарында, атап әйткәндә беҙҙең Баймаҡ районында, вазифалы кешеләрҙең ришүәт алған осраҡтары тикшерелеүен халыҡ күптән көтә ине. Шуға күрә комиссияла был һорауға етди иғтибар бирелеүе ҡыуандырҙы. Уйлап ҡараһаң, тыуған ерҙәребеҙҙе соҡоп-ҡаҙып, байырға килгән кешеләр кемдәндер рөхсәт алған бит! Был йәһәттән Азат Шамил улының: ”Мәҫәлән, Темәс ауылы янында илленән ашыу ҡатламлы таш сығарған ташландыҡ карьерҙар бар. Власть органдарынан кем һәм ни өсөн ошондай хәлгә күҙ йомоп ҡараны икән?”-тип әйтеүе һәр кемде уйға һалғандыр һәм ниндәйҙер һығымтаға ла килтергәндер...

Комиссияла Таналыҡ йылғаһы өсөн яуап тотҡан “Таналыҡ” ЯСЙ-һы рекультивация үткәреп кенә ҡалмай, ә Граф күле буйында экстрим-парк булдырырға планлаштырыуын да белдерҙе. Мотоцикл, велосипедты үҙ итеүселәр өсөн бындай урын Граф күле һәм Баймаҡ ҡалаһы араһында барлыҡҡа килеүе мөмкин. Тик әлегә алтын йыуыусыларға уларға белдерелгән бар дәғүәләрҙе урын-еренә еткереп үтәргә кәрәк әле.     

Халыҡты борсоған көнүҙәк мәсьәлә – ер-һыуҙарыбыҙҙы ҡырағайҙарса талау һәм вәхшиҙәрсә юҡ итеүгә Хөкүмәт тарафынан ныҡлы иғттибар бирелеп, ҡәтғи ҡарарҙар ҡабул ителеүе, был йүнәлештә тулыһынса тәртип буласағына ныҡлы ышаныс бирә. Әлеге ваҡытта барыһын да һөйөндөрөп, әкренләп һыуы тулылана башлаған Таналыҡ йылғаһы ла ошоға яҡты ишара...

Гүзәл Салихова.   

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: