Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
30 Июнь 2021, 14:14

ЙӘШЕНДӘН ҺАҠЛАН, ҺИН, ЙӘШЕН!

Йылға ярында кеҫә телефонынан һөйләшеп торған ҡыҙҙы йәшен һуға. Ошо ваҡытта ул баҫып торған ерҙәге ҡом 6-8 метрға өҫкә күтәрелә. Ҡом бураны таралғас, ҡыҙҙың да, уның янында булған ике үҫмерҙең дә һәләк булыуын күрәләр. Уларҙан алыҫтараҡ булған ирҙең ҡабырғалары һына, тағы биш кеше төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре ала...

Беҙҙең яҡтарҙа һауа торошоноң ҡырҡа үҙгәреүен, уның көтөлмәгән хәл-ваҡиғалар, фажиғәләр килтереүен күҙәтеп күптәр шомға ҡала. Бер яҡтан, нисәмә йыл рәттән ҡоролоҡ йонсотһа, икенсе яҡтан, тәбиғәтте төрлө ҡоротҡос бөжәктәр баҫып алды. Ямғыр яуһа ла, үҙенә генә хас “тәртип” менән яуа. Ҡалалағы һуңғы ямғырҙы алып ҡарағанда ла, ҡаланың Көньяҡ биҫтәһендә ул һибәләп кенә үткән, ә үҙәктә ҡойоп яуҙы. Мөкәсәйҙең яртыһында ямғыр туҡтауһыҙ сәғәт ярым ҡойҙо, ә икенсе өлөшөндә тамсылаған ғына. Бындай хәл хатта бер үк урамда ла күҙәтелде: урамдың яртыһында – ҡойон, икенсеһендә бер нәмә лә юҡ.

Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, аҙнаның аҙағына республиканан һалҡын һауа ағымы үтәсәк. Был көслө йәшен, ҡойон, борсаҡ ҡатыш ямғыр, дауыл алып килеүе ихтимал. Оло бәхетһеҙлеккә ҡаршы, йыл һайын йәшен кешеләрҙе һуғып үлтергән осраҡтар ҙа теркәлә. Һуңғы фажиғә Ауырғазы районында булды. Ирле-ҡатынлы миндек бәйләргә сыҡҡанда йәшен башлана. Ағас янында баҫып торған ҡатынды йәшен һуға, ирҙе көслө электр заряды ситкә алып ташлай. Ул аңын юғалта. Иҫенә килгәндә ҡатынының һәләк булыуын, тәне төтәп ятҡанын күрә.

Республикала ошондай фажиғәләр йыш ҡабатлана. Бер нисә йыл элек йылға ярында кеҫә телефонынан һөйләшеп торған ҡыҙҙы йәшен һуға. Ошо ваҡытта ул баҫып торған ерҙәге ҡом 6-8 метрға өҫкә күтәрелә. Ҡом бураны таралғас, ҡыҙҙың янында булған ике үҫмерҙең дә һәләк булыуын күрәләр. Уларҙан алыҫтараҡ булған ирҙең ҡабырғалары һына, тағы биш кеше төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре ала.

Мал көтөп йөрөгән ике студенттың да ғүмере фажиғәле өҙөлә. Улар йәшен башланғас, ҙур ағас аҫтына барып ултыра. Йәшен шунда һуға ла инде. Егеттәрҙең кәүҙәһен кис мал үҙе ҡайтҡас ҡына барып табалар.

Һыу инергә барған ике үҫмер йәшен башланғас мотоциклға ултырып өйҙәренә ашыға. Бәхетһеҙлеккә, йәшен артта ултырған малайға ата. Икенсеһе ауыр тән йәрәхәттәре ала. Был ваҡытта улар асыҡ яланда китеп барған була, йәшен мотоциклдың арттағы тимеренә һуға.

Аслыкүл буйында ял итеүселәр ямғыр башланғас яр буйындағы ағас аҫтына ҡаса. Йәшен бер ирҙе ата. Һуңынан уның ҡулында машинаһының сигнализацияһының пульты булыуы асыҡлана. Ир шунда уҡ һәләк була, янындағы кешеләрҙе йәшен тулҡыны төрлө яҡҡа алып ташлай.

Күп осраҡта йәшен ҡорбаны көтөүселәр һәм бесәнселәр була. Йәшен башланған ваҡытта йөк машинаһы өҫтөндә бесән тейәп торған ир һәләк була. Йәшен транспортҡа һуға, өҫтәүенә ирҙең ҡулында тимер һәнәк була. Аҫта торған кеше ауыр тән йәрәхәттәре ала. Икенсе районда көтөүсенең үҙенә лә, атына ла йәшен һуға. Улар ҙа бейек ағас аҫтында торған була.

Йәшен һыу буйында, асыҡ яланда ғына түгел, ә ишек алдында ла һуғыуы мөмкин. Шулай, ямғыр ваҡытында тимер баҫҡыстан баҙына төшөп барған ир һәләк була. Баҫҡысҡа һуҡҡан йәшен ирҙең дә ғүмерен өҙә. Миәкә районында ямғыр ваҡытында баҡсаһында йөрөп ятҡан хужабикә һәләк була.

Йәшен кешеләргә генә түгел, ә хайуандарға ла һуға. Республикала бер юлы тотош һарыҡ көтөүен йәшен атҡан осраҡтар бар. Хайуандар яландағы бейек ағас аҫтына ҡасҡан була. Бер юлы 101 һарыҡ һәләк була, ә Ейәнсура районында йәшен 78 һарыҡты ата.

Һуңғы йылдарҙа ҡоро йәшен дә йыш күҙәтелә. Бер тамсы ямғыры төшмәһә лә, ул үҙ эшен эшләп китә. Шундай ҡоро йәшен ҡалабыҙҙың бер урамында айырыуса ныҡ ҡоторҙо. Бер ыңғай биш йорттағы көнкүреш приборҙарын һәм газ ҡаҙанлыҡтарын юҡҡа сығара ул.

Йәшендең хәүефен аңлап, унан һаҡланырға өйрәнегеҙ һәм балаларығыҙҙы ла өйрәтегеҙ. Юғиһә, йыш ҡына йәшен ваҡытында һис ни булмағандай кеҫә телефонынан һөйләшкән үҫмерҙәрҙе, йәштәрҙе күрергә тура килә. Улар үҙҙәрен генә түгел, ә янындағы кешеләрҙе лә ҡурҡыныс аҫтына ҡуя.

Әгәр йәшен мәлендә, асыҡ яланда ҡалһағыҙ, бер үк ергә ятмағыҙ! Йырын урынға сүкәйеп, ҡулдарығыҙ менән аяҡтарығыҙҙы ҡосаҡлап ултырығыҙ.

Әгәр был ваҡытта йылға буйында булһағыҙ, ярҙан ситкәрәк китегеҙ. Бәләкәй ағастар араһына инегеҙ. Бейек, айырыуса яңғыҙ ағастар янына бармағыҙ!

Йәшен башланғанда тау йәки башҡа бейеклектә булһағыҙ, унан йәһәтләп төшөгөҙ һәм ҙур булмаған ағастар, ҡыуаҡлыҡтар араһына йәшенегеҙ.

Асыҡ яланда машина эсендә булһағыҙ, тәҙрәләрегеҙҙе ябығыҙ, радиоприемниктың антеннаһын төшөрөгөҙ йәки алығыҙ һәм транспорт эсендәге металдан эшләнгән деталдәргә ҡағылмағыҙ.

Йәшен болоттары күренеү менән кеҫә телефоны менән ҡулланмағыҙ. Иң яҡшыһы – уны бөтөнләй һүндереп һалып ҡуйырға. Йорттағы бар электр приборҙарын мотлаҡ һүндерегеҙ. Балаларға йәшен ниндәй фажиғәгә килтереүен аңлатығыҙ һәм һеҙ өйҙә юҡ саҡта үҙҙәрен нисек торторға кәрәклеген өйрәтегеҙ.

Йәйебеҙ имен-аман үтһен, йәшенле ямғырҙар ҡазаһы менән түгел, ә шифаһы менән килһен!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Читайте нас: