Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
30 Июнь 2021, 08:57

БӨГӨН 38 ГРАДУС ЭҪЕ БУЛА!

-

Бөгөн һауа температураһының урыны менән 38 градусҡа тиклем күтәрелеүе ихтимал, тип белдерә синоптиктар. Төндә плюс 16 – 21 градус буласаҡ. Бындай эҫелә тышҡа сығып йөрөмәү хәйерле. Бигерәк тә балаларға һәм йөрәк-ҡан тамырҙары менән яфаланыусыларға урамға сыҡмай тороу хәйерле.

“1-2 июлдә республика биләмәләре аша һыуыҡ фронттың үтеүенә бәйле, урыны менән йәшенле көслө ямғыр, борсаҡ яуыуы, дауыл күтәрелеүе ихтимал”, - тип белдерелә Башгидрометүҙәк биргән мәғлүмәттә.

Һауа температураһының бер аҙ түбәнәйәсәк – 27 – 32 градус.

Фото интернеттан.

БӨГӨН 38 ГРАДУС ЭҪЕ БУЛА!
БӨГӨН 38 ГРАДУС ЭҪЕ БУЛА!
Читайте нас: