Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
8 Май , 12:36

Ике меңләп ҡарағай ултырттылар

Темәс ауылы халҡы ла «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ҡушылды. Тәғәйен көндә бар ауыл халҡы ағас ултыртырға сыҡты.

Темәс ауылы халҡы ла «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ҡушылды. Тәғәйен көндә бар ауыл халҡы ағас ултыртырға сыҡты.
Темәс ауылының барлыҡ ойошмалары һәм учреждениелары, айырып әйткәндә ауыл биләмәһе администрацияһы, Темәс урман хужалығы, урындағы мәктәп, балалар баҡсаһы коллективы, китапхана, дауахана хеҙмәткәрҙәре, янғын һүндҽрҽү посты, музейҙыҡылар, музыка мәктәбе коллективы ― барыһы ла әүҙемлек күрһәтте.
Был көн барлығы 2 меңләп ҡарағай
үҫентеһе ултыртылды.
Был оло эште шәхси эшҡыуар Данис Котлоғәләмов ойошторған. Темәстәр киләсәктә ағас ултыртыу эшен экологик өмәләр менән берлектә алып барырға ҡарар итте.