“Экология” милли проектына мөрәжәғәт итеп, тәбиғәттәге күп проблемаларҙы хәл итеп була. Сөнки проект биш йүнәлештә эшләй: ҡалдыҡтар, һыу, һауа, тәбиғәт, йәнлектәр. Тимәк, сүп-сарҙы таҙартыу, бар тереклекте һаҡлау өсөн нәҡ ошо проектты ҡулланып була. Әйткәндәй, проекттың күп йүнәлештәре 2030 йылға тиклем оҙайтылған. Был да бар терклекте һаҡлауға өмөт бирә бит.
Алдынғы ҡарашла кешеләр “Экология” милли проектын ҡулланып төрлө проекттар әҙерләй һәм гранттар отоп, тәбиғәтте һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә. Мәҫәлән, Калуга өлкәһендәге Ломпадь күленә 46 меңдән ашыу толстолобик, аҡ амур балыҡтарының селбәрәләре ебәрелгән. Ни өсөн нәҡ ошо балыҡтар? Сөнки улар күлде төрлө үҫемлек баҫыуҙан һаҡлай икән. Был ысулды ҡамыш баҫып барған Талҡаҫ күлендә ҡулланып булмаймы икән? Бынан тыш Ломпадь күленә 17 меңдән ашыу суртан селбәрәләре лә ебәрелгән. Уларҙың да күлдең йәшәйеше өсөн булған миссияһы бик ҙур икаән.
Бындай милли проекттар ярҙамында бихисап эштәр башҡарырға була. Тик маҡсат ҡуйып, ныҡлап тотонорға ғына кәрәк. Ул саҡта һыу-күлдәрҙе, йәнлектәрҙе, тәбиғәтте һаҡлау өсөн бихисап эш башҡарырға мөмкин буласаҡ.
Гүзәл Салихова.