Башҡортостан Республикаһында “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Урмандарҙы тергеҙеү эштәре буйынса ҙур саралар күрелә, тип хәбәр итә БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– Республиканың урман хужалыҡтары питомниктарында 22 гектарҙан ашыу майҙанда орлоҡтар сәселде. Быйыл орлоҡтарҙың резерв фонды планға ярашлы 1,7 тоннаға күберәк әҙерләнде, был үткән йылдағыға ҡарағанда 200 килограмға күберәк, – ти БР Урман хужалығы министрлығының урманды ҡулланыу һәм воспроизводство, дәүләт урман реестрын алып барыу бүлеге етәксеһе Альберт Закиров.
Республика ағас ултыртыу буйынса Бөтә Рәсәй акцияларында ла ҡатнаша. Быйыл ул сентябрь-октябрь айҙарында үтәсәк.
Фото БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан.