Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
1 Сентябрь 2020, 17:07

Сентябргә ҡарата халыҡ һынамыштары

Ғүмер-ғүмергә алдағы һауа торошоноң ниндәй булырын халыҡ тәбиғәт һынамыштары аша юраған. Уларға бер аҙ күҙ һалайыҡ. Тап килерме-юҡмы икәнен бергәләп күҙәтәйек.Сентябрҙә күк күкрәһә - көҙ йылы, ҡаш ҡарлы булыр.Сентябрь йылы һәм ҡоро булған һайын, ҡыш һуңғараҡ килә. Ә хәҙер һәр көнгә ҡарата һынамыштар:1 сентябрҙә ниндәй һауа торошо һаҡланһа – көҙ шундай булыр.2 сентябрҙә...

Сентябрь айына халыҡ һынамыштары
Ғүмер-ғүмергә алдағы һауа торошоноң ниндәй булырын халыҡ тәбиғәт һынамыштары аша юраған. Уларға бер аҙ күҙ һалайыҡ. Тап килерме-юҡмы икәнен бергәләп күҙәтәйек.
Сентябрҙә күк күкрәһә - көҙ йылы, ҡаш ҡарлы булыр.
Сентябрь йылы һәм ҡоро булған һайын, ҡыш һуңғараҡ килә.
Сентябрь һалҡын булһа – ҡышын ҡар тиҙерәк ирей, яҙ тиҙерәк килә.
Япраҡтар ҡойолорға ашыҡмаһа – алда зәһәр ҡыш көтөлә.
Әгәр сентябрҙә имән ағасында үрмәкестәр күп булһа – Раштыуа алдынан бурандар булыр.
Әгәр көҙөн ҡайын япраҡтары ағасының осонан һарғая башлаһа – яҙ иртә, ә аҫтан һарғая башлаһа һуң килер.
Сентябрҙә ҡырмыҫҡалар үлән өҫтөнән йүгерешеп йөрөһә - ҡар тәрән булып ятыр. Аҫтан йөрөһә - ҡыш оҙон булыр.
Торналар өҫтән осһа – матур, йылы көҙ оҙаҡ торор.
Ә хәҙер һәр көнгә ҡарата һынамыштар:
1 сентябрҙә ниндәй һауа торошо һаҡланһа – көҙ шундай булыр.
2 сентябрҙә ел көньяҡтан иҫһә көн - йылыға, көнсығыштан – эҫелеккә, көнбағыштан – ямғырға, төньяҡтан – ҡоролоҡҡа тартыр.
3 сентябрҙә ҡайын япраҡтары һарғайып бөтһә - әбейҙәр сыуағы оҙаҡ һаҡланыр, һалҡын һуң килер.
4 сентябрҙә көн ҡояшлы булһа – октябрь йылы килер.
5 сентябрҙә кисен томан төшһә - көндәр йылы торор.
6 сентябрҙә яуған ямғыр ҡоро көҙгә һәм киләһе йылға муллыҡ юрай.
7 сентябрҙә төштән һуң ямғыр яуһа – ул оҙайлы булыр.
8 сентябрҙә ҡайын һәм имән япраҡтары ҡойолмаһа – ҡыш һыуыҡ булыр.
9 сентябрҙә күк йөҙөндә өряңы болоттар күренһә - ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуып үтер.
10 сентябрҙә үрмәкестәр күп күренһә - ҡыш ҡарлы һәм һыуыҡ булыр.
11 сентябрҙә торналар йылы яҡҡа китһә - ҡыш иртә килер.
12 сентябрҙә үрмәкестәр үҫемлектәргә уралһа – көндәр йылы торор.
13 сентябрҙә көньяҡтан иҫкән ел киләһе йыл уңышлы булыуын һөйләй.
14 сентябрҙә ҡояш ҡыҙарып байыһа – көндәр һыуытыр.
15 сентябрҙә кисен ел көсәйеп, йүнәлешен үҙгәртһә - көндәр боҙолор.
16 сентябрҙә иртән томан төшһә - ҡоро, аяҙ көндәргә ишара.
17 сентябрҙә иртән ямғыр яуһа – төшкә ҡарай туҡтар.
18 сентябрҙә урманда миләш әҙ икән – октябрь ҡоро, күп булһа – яуымлы килер.
19 сентябрҙә иртән ағастарҙа бәҫ күренһә - ҡыш ҡарлы булыр.
20 сентябрҙә шыршы тубырсыҡтары күп булһа – киләһе йылда иген культураһы, борсаҡ һәм ҡыяр уңыр.
21 сентябрҙә ҡуяндар тунын алмаштыра башлаһа – тиҙҙән ҡыш етә тигән һүҙ.
22 сентябрҙә серәкәйҙәр күренһә - ҡыш йылы килер.
23 сентябрҙә бәшмәктәр күп булһа – ҡар әҙ булыр һәм киреһенсә.
24 сентябрҙә ҡырмыҫҡалар ояларын бейек итеп өйһә - ҡыш һыуыҡ булыр.
25 сентябрҙә ел тынмай иҫһә һәм йүнәлешен көнбайыҡа үҙгәртһә - ямғырҙар килер.
26 сентябрҙә көнсығыштан иҫкән ел көнбайышҡа әйләнһә – ямғырҙар килер.
27 сентбярҙә ел көнбайыштан туҡтамай иҫһә - көндәр боҙола.
28 сентябрҙә торналар киткәндән һуң, өс аҙнанан һуң һыуыҡтар башланыр.
29 сентябрҙә йылы яҡҡа китмәгән сыйырсыҡтарҙы күрһәгеҙ – октябрь йылы килер.
30 сентябрҙә тормналар осһа – рустарҙың Покрау көнө (14 октябрь) һыуыҡ булыр.
Читайте нас: