Һаҡмар
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
25 Август 2020, 20:25

Йәшәртеүсе орлоҡтар

Көнбағыш витаминдар, аминокислоталар, минералдар, аҡһымға бай. Ҡан тамырҙарына яҡшы тәьҫир итә, йыуан эсәктең, нерв системаһының эшмәкәрлеген яҡшырта, тирене, сәстәрҙе матурайта... Ә ҡара кунжуттан шифалы йәшәртеүсе эсемлек эшләргә мөмкин...

Ҡайһы бер орлоҡтарҙа йәшәртеү көсө бар, тиҙәр. Был ысынмы?

Вәсилә.

- Эйе, ҡайһы бер орлоҡтар һаулыҡ өсөн мөһим биологик матдәләргә эйә. Көндәлек ашығыҙға ике-өс төр орлоҡто индерергә кәрәк.

Ҡабаҡ

Ҡабаҡтың орлоҡтары А, С, Е витаминдарына, магний, кальций, тимер, фосфорға бай. Көнөнә 20-30 г ҡабаҡ орлоғо ашарға кәрәк. Ул ҡандағы шәкәрҙе нормаға килтерергә, тирене йәшәртергә, иммунитетты нығытырға, эс ҡатыуҙан ярҙам итәсәк. Әгәр һеҙгә һимереү хас булмаһа, көнөнә 50 г орлоҡ ашарға мөмкин. Ашҡаҙан язваһы, йыуан эсәк ауырыуҙары булған кешеләргә ҡабаҡ орлоғон ашарға ярамай.

Көнбағыш

Көнбағыш витаминдар, аминокислоталар, минералдар, аҡһымға бай. Ҡан тамырҙарына яҡшы тәьҫир итә, йыуан эсәктең, нерв системаһының эшмәкәрлеген яҡшырта, тирене, сәстәрҙе матурайта. Тик уның юғары калориялы булыуын онотмағыҙ. Шуға күрә көнөнә 40-50 г көнбағыш сиртергә ярай. Тик үтендә ташы булған, гастрит, һимереү менән яфаланған кешеләргә көнбағыш ярамай.

Ҡара кунжут

Кунжутта һөйәктәр, тештәр, нерв системаһы өсөн бик кәрәкле булған кальций күп. Бигерәк тә 45 йәште үткән кешеләргә ҡара кунжутты ҡулланырға кәрәк – көнөнә 1-2 сәй ҡалағы.

Әйткәндәй, ҡара кунжуттан шифалы йәшәртеүсе эсемлек эшләргә мөмкин. Бының өсөн 1 сәй ҡалағы ҡара кунжут, 100-әр мл кишер һәм әфлисун һуты, 1 сәй ҡалағы бал алына. Уларҙың барыһын бергә блендерҙа болғатабыҙ. Әҙерәк минераль һыу ҡушырға ла мөмкин. Ике аҙна ошо эсемлекте ҡулланғандан һуң үҙегеҙҙә энергия ташып тороуын, көс йыйыуығыҙҙы тойорһоғоҙ. Ул тире, тырнаҡ, сәстәрҙе матурайта, нерв системаһын, һөйәк, тештәрҙе нығыта, ҡан тамырҙарына, ашҡаҙан эшмәкәрлегенә яҡшы тәьҫир итә. Ике аҙна ял иткәндән һуң курсты тағы ҡабатларға була.

Был эсемлек шәкәр диабеты, һейҙек ҡыуышында ташы, язва, гастриты булған, панкреатит менән ауырығандарға ярамай.

Читайте нас в