Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
29 Июль 2020, 12:50

Талҡаҫ ярҙам һорай

Ошо көндәрҙә күл буйын ҡый-һайҙан таҙартыу маҡсатында “Таҙа Талҡаҫ” акцияһы үтте.

Районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булып һаналған Талҡаҫ күле күптәрҙе үҙенә йәлеп итә. Унда айырыуса, сит-яҡтарҙан килеп ял итеүселәр күп. Был, беренсенән, беҙҙе һөйөндөрә, әлбиттә. Талҡаҫтың даны алыҫтарға таралыуы ҡыуаныслы. Икенсенән, тап ана шул ял итеүселәрҙең түбән мәҙәнилеге арҡаһында зәңгәр күлебеҙ буйы сүп-сарға күмелеүе борсоуға һала. Был хаҡта гәзитебеҙҙә лә бер нисә тапҡыр мәҡәлә донъя күргәне бар.
Ошо көндәрҙә күл буйын ҡый-һайҙан таҙартыу маҡсатында “Таҙа Талҡаҫ” акцияһы үтте. Уны район хакимиәтенең йәштәр комитеты, Ниғәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте һәм “Изгелек биләмәһе” ирекмәндәр үҙәге ойошторҙо. Экологик өмәлә ҡатнашыусылар Талҡаҫ буйынан бик күп быяла һәм пластик шешәләр һәм һауыт-һаба, ҡағыҙ йыйып алды. Улар бит үҙҙәре килеп ятмаған, ә ял итеүселәр ташлап киткән.
Хөрмәтле баймаҡтар һәм ҡунаҡтар! Талҡаҫ күленең таҙалығы, уның киләсәге беҙҙең һәм һеҙҙең ҡулда. Өйөлөп ятҡан сүп-сар эргәһендә һеҙ ял итергә теләр инегеҙме? Балаларығыҙ онталған быяла һауыттарға йәрәхәтләнер, тип ҡурҡмайһығыҙмы? Бөгөн Талҡаҫ буйында ял итә алабыҙ. Ә иртәгә, киләһе йыл? Бында уйланырға урын бар. Талҡаҫ күле буйын ҡыйламауығыҙҙы һорайбыҙ. Килтергән аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтарын, шешәләр һәм ҡағыҙҙарҙы үҙегеҙ менән бергә алып ҡайтығыҙ!
Лилиә ТАКАЕВА.
Читайте нас: