Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
19 Май 2020, 12:45

Йылымдар өсөн хәтер мәңгелек

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә - йәш үҫентеләр.

Урман -биҙәк. Тик бер-ике йылда кейеп туҙҙырып, яңыһын алмаштыра торған күлдәк түгел ул, изге ер биҙәге. Ә ер-мәңгелек. Шуға күрә уның биҙәген уңдырмау өсөн айырыуса һаҡ ҡыланырға кәрәк". (Ноғман Мусин)
Күренекле яҙыусының яҙғаны менән ризалашмау мөмкин түгел, быны үҙҙәре урманда ғүмер итеүселәр генә яҡшы аңлай. Урманды тергеҙеү эшендә Йылым ауылы халҡы йыл да әүҙем ҡатнаша. Бында ул сара матур йолаға әйләнгән.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап улар быйыл Сыбарат яланының ҡаршыһындағы тау битләүенә йәш ҡарағай үҫентеләре ултыртты. Шуныһы үҙенсәлекле - тәүҙә уның өсөн трактор менән "75" яҙыуын һөрҙөрөп, урын әҙерләп алғандар. Йәш үҫентеләр ҙә үҫеп, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын мәңге хәтерләтеп торасаҡ. "Был яуҙа ҡатнашҡан, һәләк булған ауылдаштарыбыҙға үҙенсәлекле бүләк-хәтирә буласаҡ", - ти йылымдар.
Читайте нас: