Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
7 Май 2020, 14:07

Баймаҡта 103 йәш ҡарағай үҫентеһе ултыртылды

#национальныепроекты

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған "Йәшел Башҡортостан" республика акцияһында баймаҡтар ҙа әүҙем ҡатнашты.
Унда район һәм ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, депутаттар әүҙемлек күрһәтте. Мөһим был сарала район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев менән ҡала хакимиәте башлығы Радмир Иҫәнбаев та ихласлыҡ күрһәтте.
Акция сиктәрендә барлығы 103 ҡарағай, шуларҙың 40-ы "Еңеү" паркына ҡалғандары Юбилей урамындағы аллеяға ултыртылды.
Шундай уҡ эштәр ауылдарҙа ла барҙы.
Был тәңгәлдәге эштәр көҙгөһөн дә дауам итәсәк.
Читайте нас: