Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
19 Апрель 2020, 11:50

Бөгөн умырзая көнө!

Бөгөн, 19 апрель, бөтә донъяла матур байрам - умырзая сәскәһе көнө билдәләнә.

Бөгөн 19 апрель, бөтә донъяла матур байрам - умырзая сәскәһе көнө билдәләнә. Ҡар ҡатламын тишеп, умырзаялар ҡалҡҡан көндән алып, ысын яҙ тыуа, тип иҫәпләнә. Умырзаяларҙың тарихы 1984 йылға, Англияға барып тоташа. Был илдә яҙғы сәскәгә бәйле ышаныу ҙа йәшәп килә. Әгәр ҙә уны йорт тирәһенә ултыртһаң, уҫал заттарҙан да һаҡлай, имеш.
Умырзая сәскәһе Ер шарының күп биләмәләрендә үҫә. Уларҙың барыһы ла «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән. Иң билдәлеһе – аҡ умырзая, тағы ла грек, византия, кавказ тигән төрҙәре бар. Улар формаһы, төҫө һәм еҫе буйынса айырыла.
Башҡортостанда ла умырзаяның бер нисә төрө үҫә. Аҡ умырзая урманда, сағыл һәм ҡоро болонда үҫә. Зәңгәрҙәрен дә күп ерҙә күрергә мөмкин.
Яҙҙың тәүге сәскәләрен сыҡҡанын күптәребеҙ көтөп ала. Әйҙәгеҙ, уларға ҡарап һоҡланайыҡ, тик өҙмәйек! Уларҙың юҡҡа сығыуына юл ҡуймайыҡ!
Читайте нас: