Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
16 Апрель 2020, 10:40

Урмандар күҙәтеү аҫтына алынған

Авиация ярҙамға килә. #ВладимирПутин#национальныепроекты

Владимир Путиндың май указында раҫланған “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында, республикала етди саралар күрелә. Шуға ярашлы янғын хәүефе тыуҙырған осор башланыр алдынан, Башҡортостан урман хужалығы министрлығы һәм урмандарҙы янғындан һаҡлау буйынса республика үҙәге авиация ярҙамында күҙәтеү эшен башланы.
Авиация разведкаһы урман һәм башҡа категория ерҙәрендәге янғындарҙы асыҡларға ярҙам итә. Барлыҡ мәғлүмәттәр Башҡортостан урман хужалығы министрлығына йүнәлтеләсәк.
Әлеге ваҡытта республикала урман фонды биләмәләрендә янғындар теркәлмәгән.
Урман янғындары булғанда йәки урман ҡануниәтен боҙоу осраҡтарында мәғлүмәтте 8 (347) 218-14-14 тәүлек әйләнәһенә эшләгән телефон номерына (Башҡортостан урман хужалығының төбәк диспетчер хеҙмәте) шылтыратырға кәрәк. Шулай уҡ 8-800-100-94-00 урманды һаҡлау тура линияһына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Читайте нас: